Геройҙар дәүере
31 Май 2020, 09:20

Ҡотҡарыусы ир табылған

"Шул ваҡыт һыуҙа сырылдашҡан балаларҙың тауышын, береһенең ҡысҡырып ярҙам һорап ҡысҡырыуын ишеттек. Бәпесебеҙҙе миңә биреп, ирем һыуға һикерҙе..."

27 майҙа Ашҡаҙар йылғаһында батып барған баланы ҡотҡарған билдәһеҙ ирҙе табып рәхмәт әйтергә теләй ине малайҙың туғандары һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре.

"Стерлитамакский рабочий" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, тыйнаҡ ирҙең исем-шәрифе билдәле булған. Ул - 36 йәшлек Вадим Письменный, төҙөлөштә хәүефһеҙлек инспекторы булып эшләй икән. Ошо ваҡиғанан һуң ир һыуыҡ үткәреп ауырып киткән. Ул көндәге хәл-ваҡиғалар тураһында ҡатыны һөйләгән.

"Ғаиләбеҙ менән йылға буйына ял итергә сыҡҡайныҡ. Һигеҙ йәшлек улыбыҙ йылға эргәһендә, ә ирем арыраҡ бер йәшлек ҡыҙыбыҙ менән йөрөй ине. Шул ваҡыт һыуҙа сырылдашҡан балаларҙың тауышын, береһенең ҡысҡырып ярҙам һорап ҡысҡырыуын ишеттек. Бер малайҙы көслө ағым ағыҙып китеп бара ине. Бәпесебеҙҙе миңә биреп, ирем һыуға һикерҙе. Ул баланы икенсе ярға һөйрәп сығарҙы. Йылғаның шул тәңгәлендә тағы бер бала бата башланы. Уны тәүҙә үк саҡыртылған ҡотҡарыусылар тартып сығарып өлгөрҙө. Ирем менән ғорурланам. Улыбыҙ ҙа уның кеүек ысын ир-егет булып үҫер, кешене бәләлә ҡалдырмаҫ тип ышанам", - тип һөйләгән ҡатын.

Ғәзиз балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә һыу ятҡылыҡтарына яҡын ебәрмәгеҙ, бергә булғанда ла уяулыҡты юғалтмағыҙ. Әлегеләй ҡурҡыныс хәлдәрҙе ишетеп, ололар ошондай һығымтаны күңеленә ныҡлы һеңдерергә тейештер, моғайын.

Фото: "Стерлитамакский рабочий".
Читайте нас