Геройҙар дәүере
2 Июнь 2020, 09:30

“Яҡташтарҙы ярҙамдан ташламайбыҙ”

Бығаса транспорт ауылдар һәм баҫыуҙар аша һалынған, ҡоро ваҡытта ғына ҡулланып булған юлдан йөрөгән. Күптән түгел предприятие 1,5 километрлыҡ ошо юлды үҙ финанс сараһы иҫәбенә ипкә килтергән, ҡырсынташ түшәгән.

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында коронавирус диагнозы раҫланған граждандар өсөн госпиталь ойошторолғаны мәғлүм. Ошоға бәйле, урындағы эшҡыуарҙар яңы төр вирусҡа бәйле ауыр хәлдә ҡалған пациенттарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән. Мәҫәлән, “Башагро” предприятиеһы етәксеһе Илфир Мәғәсүмов үҙен алғы һыҙыҡта булғандарға мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш тип иҫәпләй. Уның финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә дауахана өсөн шәхси һаҡланыу саралары, комбинезондар, һауаны еүешләндергән ҡорамалдар һатып алынған.
“Башагро” предприятиеһы Мәмәдәл ауылында урынлашҡан. Көн һайын 25 кешенән күберәк булған завод коллективы 50 тоннанан ашыу төрлө ярма етештерә (ҡарабойҙай, борсаҡ, тары һәм башҡалар). Ойошманың ике “КамАЗ”ы, биш йөк машинаһы, тейәгесе бар. Улар көн һайын әҙер тауарҙы оҙата, тейешле урынға алып бара. Бығаса транспорт ауылдар һәм баҫыуҙар аша һалынған, ҡоро ваҡытта ғына ҡулланып булған юлдан йөрөгән. Күптән түгел “Башагро” предприятиеһы 1,5 километрлыҡ ошо юлды үҙ финанс сараһы иҫәбенә ипкә килтергән, ҡырсынташ түшәгән.
Ремонт эштәренә ике аҙнанан ашыу ваҡыт киткән. Яңы юлға предприятие хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ауыл халҡы ла шат.
Ярма заводы йылдан-йыл эшмәкәрлеген киңәйтә, ҡеүәте арта. Әле ул өс гектар самаһы майҙанды биләй, унда тәүлек әйләнәһенә станоктар эшләй. Бында ярмаларҙан тыш, мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт өсөн дә аҙыҡ-түлек етештерәләр. Сеймал республикабыҙ, Татарстан, Ырымбур өлкәһе һәм башҡа күрше төбәк етештереүселәренән һатып алына. Шул уҡ ваҡытта тауарҙы һатыу майҙаны ла киңәйә бара: Башҡортостанда етештерелгән ярмаларҙы үҙебеҙҙә генә түгел Мәскәү, Екатеринбург, Силәбе, Һамар тарафтарында ла һатып алалар. Сеймал һәм әҙер продукция сифаты предприятиеның үҙ лабораторияһында тикшерелә.
Коронавирус пандемияһы эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлегенә һиҙелерлек зыян килтергәне мәғлүм. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Башагро” ойошмаһының ҡатмарлы осорҙа башҡаларға ла ярҙам иитерлек мөмкинек табыуы – маҡтауға лайыҡ ғәмәл.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас