Тормош күрһәтеүенсә, студенттар – ҡыйыу һәм тәүәккәл халыҡ. Коронавирус сиренең ни тиклем ҡурҡыныс һәм хәүефле булғанын белә тороп та, уларҙың күбеһе пандемия башынан уҡ алғы һыҙыҡта булды. Башҡортостан дәүләт медицина университетының дүртенсе курс студенты Юлиә АШАРАПОВА – шундайҙар иҫәбендә.
Уның медицина өлкәһендәге тәжрибәһе “ҡыҙыл зона”нан башланған. Әүҙем ҡыҙ – йәштәштәрен берләштергән ирекмән-медиктар ойошмаһы етәкселәренең береһе лә. Ирекмәндәр хәрәкәтенең төрлө сараларында ҡатнашҡан студент ошо эшмәкәрлеге тураһында “берҙәм коллектив тупланды, бер-беребеҙҙе аңлап, иңгә-иң ҡуйып эшләйбеҙ” тип белдерҙе. Форсаттан файҙаланып, Юлиә менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Кешеләргә ярҙам итеү, һинеңсә, медицина юлын һайлағандар өсөн мотлаҡ ғәмәлме, әллә күңел талабы ла булырға тейешме?
– Минеңсә, ирекмәнлек – күңел торошо. Был – йөрәк саҡырыуы, ярҙам һәм хәстәр йәшәү рәүешенә әүерелгән осраҡ. Ябай ғына итеп әйткәндә, тирә-йүндәге хәлдәргә битараф булмау, мохтаждарға ҡулыңды һуҙыу һәм донъяны аҙ ғына булһа ла яҡтыраҡ, сағыуыраҡ итеү ысулы ул. Башҡалар ҙа ошоға инанһын, ихласыраҡ булһын һәм йәшәйешебеҙҙе йәмләргә үҙ өлөшөн индерһен ине, тип теләйем.
Коронавирусҡа бәйле тынғыһыҙ осорҙа башҡаларға ярҙам итеүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйыуыма бер минутҡа ла үкенгәнем юҡ. Бынан ярты йыл самаһы элек, ҡәһәрле пандемия беҙҙең төбәктә баш ҡалҡыта башлағанда, Башҡортостан дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медицина хеҙмәткәрҙәре штабы ойошторолғайны.
БДМУ ирекмәндәре карантинда һәм изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә, аҙ хәрәкәт иткән граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырҙы, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтте, психологик хәстәрлекте лә күҙ уңынан ысҡындырманы. 21 марттан алып эшләгән хәрәкәттә БДМУ-ла белем алған ике меңдән ашыу студент ҡатнашты, улар социаль ирекмәнлек менән бер рәттән, граждандарға медицина ярҙамы ла күрһәтте. Ошо ваҡыт арауығында беҙ меңдәрсә мөрәжәғәтте хеҙмәтләндерҙек.
– Үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырһаңсы...
– Мин Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫтем. Бишенсе-алтынсы кластарҙа уҡығанда уҡ табип булам тип хыяллана инем. Өләсәйем – оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләгән кеше. Тап ул миндә бәләкәйҙән медицинаға һөйөү тәрбиәләне, бала тип торманы, анатомия, биология һәм башҡа һөнәри йүнәлешле китаптарҙы уҡып аңлата ине. Ҡыҫҡаһы, кешеләргә ярҙам итеү, уларҙы дауалау кеүек хыялдарҙы йөрәгемдә бала саҡтан бәпләнем.
Хәҙер иһә булмышыма акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлеше яҡын тип әйтә алам. Был өлкә өлкәндәргә лә, балаларға ла берҙәй ҡағыла. Һаулыҡ өсөн яуаплылыҡ тәүге сиратта һәр кемдең үҙ иңендә. Донъя гүзәл заттар тирәләй әйләнә, шуға ла ҡатын-ҡыҙ һау-сәләмәт, яҡшы кәйефле, матур булырға тейеш, минеңсә.
Бөтәһе лә кешенең үҙенән тора
– Ирекмәнлек эшмәкәрлегенең уртаһында ҡайнау менән бер рәттән, йәштәштәреңде лә ошо йүнәлешкә ылыҡтырыусы, рухландырыусы итеп беләләр һине...
– Миңә йәштәштәрем менән эшләү ауыр түгел. Киреһенсә, алдымда бихисап асыҡ ишектәр күрәм һәм тап улар артында минең яҡты киләсәгем, үҫеш юлым тип иҫәпләйем. Эйе, йәштәштәрем араһында төрлөһө бар: бәғзеләре битараф, кемеһелер ағым ыңғайына йөҙә, кемдер ялҡаулығына баш була алмай, әммә бөгөн ҡулланмаған мөмкинлектәр, иртәгәгә тип ҡалдырған эштәр киләһе көндәрҙе ҡатмарлаштыра ғына, тип иҫәпләйем. Шуға әүҙемлек, тырышлыҡ, маҡсатлылыҡ – төп юлдаштарым.
– “Ҡыҙыл зона”ға эшләргә барырға нисек йөрьәт иттең?
– Был бер көндә генә ҡабул ителгән ҡарар түгел. Ниәт күңелдә күптән йөрөй ине, әммә тәүҙә университетта сессияны тапшырып бөтөргә булдым. Имтихандар тамамланыу менән эшкә барҙым.
Дауаханала кесе медицина хеҙмәткәре булараҡ эшләнем. Бурыстарыма палаталарҙы тәртиптә тотоу, шәфҡәт туташтарына ярҙам итеү, температура үлсәү, инъекциялар яһау инде. Даими рәүештә операцияларҙа ҡатнаштым һәм ундағы шәфҡәт туташына ла ярҙам итеп торҙом.
Шулай уҡ пациенттар менән аралашыуҙы эшемдең мөһим мәле тип атар инем. Уларҙың ҡайһы берҙәре сирҙе генә түгел, ә уға бәйле шик-шөбһәне лә ауыр кисерә, билдәһеҙлектән ҡурҡа. Ваҡытында йылы һүҙ табып, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра белһәң, кешенең кәйефе күтәрелә, тиҙерәк һауығыуға теләге арта, ышанысы нығына. Дауаханала ятҡандар өсөн был уғата мөһим.
– Госпиталдә кеше күп булдымы, сирлеләр йыш алмашынып торҙомо?
– Төрлөсә булды. Ҡайһы бер көндәрҙә утыҙҙан ашыу яңы пациентты ҡабул итеп, биш-алты һауыҡҡан кешене оҙатһаҡ, бәғзе көндәрҙә, киреһенсә, унлаған кеше ҡабул ителде, шунса тиклем үк кеше йорттарына ҡайтып китте. Әйтергә кәрәк, был ғәмәлдәр кешеләрҙең үҙҙәренән, сәләмәтлегенә нисек ҡарауынан да тора.
– Сменалар ваҡытында бигерәк тә нимә нығыраҡ иҫеңдә ҡалды?
– О-о, улар береһенән-береһе көсөргәнешлерәк һәм хис-тойғо йәһәтенән ҡыҙыуыраҡ булғандыр, тип иҫәпләйем.
Күҙ алдына килтерегеҙ: көн һайын үтә ауыр хәлдәге кешеләрҙе күрәһегеҙ, улар илай, йәшәү өсөн көрәшә... Ошондай мәлдәрҙә үҙемдең дә йөрәгем өҙөлөп төшә инде, тип уйлай инем. Әммә эш – эш урынында: көн һайын тиерлек реанимацияға йөрөнөм, был миңә һөнәри һәм әхлаҡи яҡтан да ҙур тәжрибә, сынығыу булды.
Бигерәк тә үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ятҡандарҙы, үҙаллы бер нәмә лә эшләй алмағандарҙы күреү ҡыйын. Бер генә теләгем бар: был ҡурҡыныс сир тиҙерәк бөтһөн һәм насар төш ише онотолһон ине... Әммә вирустың үҙен артабан нисек тоторо билдәһеҙ, шуға хәүефһеҙлек сараларын бер минутҡа ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ, тип әйтер инем.
Пандемия кешеләрҙе берләштерҙе
– Алғы һыҙыҡтан бушағас, ниндәй эштәр менән мәшғүлһең?
– Әлеге ваҡытта үҙемде ҡурсалау режимында йәшәйем. Был үҙеңде һәм башҡаларҙы ла бәләнән йолоп алып ҡалыу өсөн мөһим.
Яҡындарым эргәһендә ял итәм. Медицинаға бәйле әҙәбиәт уҡырға, ниндәйҙер яңылыҡтар асырға, белгәндәремде иҫкә төшөрөргә, нығытырға тигән пландар ҡорам. Ғөмүмән, ҡараштарым даирәһен киңәйтергә, үҙ-үҙемде үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйғанмын.
– Пандемия тотош донъяның ҡоролошон, ҡағиҙә-тәртиптәрҙе үҙгәртеү менән бергә, йәшәйеш ҡиммәттәрен ҡайтанан баһаларға, тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтте, бәләкәй генә көндәлек ҡыуаныстарҙың кеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген төшөндөрҙө, ахыры. Ошо фекер менән килешәһеңме?
– Быйылғы хәлдең бер яҡшы яғы булды: ул кешеләрҙе берләштерҙе. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, медицина хеҙмәткәрҙәре, белем биреүселәр һәм башҡа бихисап һөнәр кешеләре коронавирусҡа ҡаршы берҙәй көрәш юлына баҫты.
Пандемия – һәләкәт, уны тап ошолай берҙәмлек менән генә еңеп була. Ябай кешеләрҙең, белгестәрҙең ҡаһарманлығы – башҡаларға өлгө һәм йәшәү көсө биргән ғәмәл ул.
Икенсе яҡтан, һуңғы айҙарҙа иңемә төшкән бурыстарҙы, кисергән ваҡиғаларҙы баһалайым да һығымта яһайым: мин бығаса ла пациенттарға оло хөрмәт менән ҡарай инем, башҡаларға ярҙам итеүҙе һәр саҡ алға ҡуя инем. Пандемия иһә ошо инаныуҙарымды нығытты һәм сыныҡтырҙы ғына. Беҙ булмаһаҡ, кем?
Һәр кеше иғтибарға, ихтирамға һәм хәстәргә лайыҡ. Тап шуға күрә, башҡаларға ярҙам итеп, донъяның яҡтырыуын, яҡшырыуын тоям. Шулай уҡ һәммәһенә иҫәнлек-сәләмәтлек теләйем – был иң мөһиме. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ!