Геройҙар дәүере
22 Октябрь 2020, 12:30

Ирекмәндәр яңынан эш башланы...

Ярҙамға мохтаждар ҡыҙыу линия телефондарына шылтырата ала:8-800-200-34-11, 8-800-201-89-03.

Өфөлә коронавирус инфекцияһы таралыуы киҫкенләшеүе менән бәйле, ирекмәндәр штабтары яңынан эш башланы. Бөтә Рәсәй #Мывместе проектына ярашлы ойошторолған ирекмәндәр хәрәкәте өлкәндәргә һәм йөрөй алмағандарға ярҙам итергә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерергә әҙер. Был хаҡта ҡала мэрияһында хәбәр иттеләр.
Ярҙамға мохтаждар ҡыҙыу линия телефондарына шылтырата ала:
8-800-200-34-11, 8-800-201-89-03.
Ирекмәндәр рәтен тулыландырырға теләгәндәр мывместе2020.рф сайтына инеп, заявка ҡалдыра ала. Яҙғы осорҙа 400-гә яҡын ирекмән 36 меңдән ашыу ҡала халҡына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыны. Был юлы ла улар ярҙамына таянабыҙ.
Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты.
Читайте нас