Башҡортостан
+4 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Ноябрь 2020, 23:30
Ирекмән булырға теләйһеңме?
Эпидемиологик хәл сәбәпле ирекмәндәргә ихтыяж артҡан. Яҙмалағы телефондар, һылтанмалар аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Эпидемиологик хәл сәбәпле Өфөлә
#Беҙбергә
(
#Мывместе
) ирекмәндәр штабының эше тергеҙелде.
Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында айырыуса 65 йәштән өлкәндәр ярҙам-хәстәргә мохтаж хәлдә ҡалды, сөнки улар мөмкин тиклем өйҙәренән сыҡмаҫҡа тейеш. Әле ирекмәндәр ололарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡ алып барыу эшен яңынан башланы.
Ярҙамға мохтаждар түбәндәге “Ҡыҙыу линия” телефондарына шылтырата ала:
8 800-200-34-11 - #Беҙбергә проектының колл-үҙәге;
8 800-201-89-03 – “Беҙҙең хәстәрлек” проектының колл-үҙәге.
Ә инде ирекмән булырға теләгәндәр гугл-форма тултырырға тейеш:
https://forms.gle/uLTAnk7RQAkTTPpX6
Шулай уҡ был мәсьәләгә ҡағылышлы үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Өфө ҡалаһы ирекмәндәре ассоциацияһына яҙа алаһығыҙ:
https://vk.com/volonter_ufacity
. Мывместе2020.рф сайтында ла ентекле мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Фото: novobr.ru
Читайте нас в