Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Ноябрь 2020, 17:00

Ирекмән булыу – изге ғәмәл

Көйөргәҙе районы кешеләре уларҙың эшмәкәрлегенән бик ҡәнәғәт.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелде. Һаулыҡтарын һаҡлау өсөн был категория кешеләре бынан ары өйҙә ултырырға тейеш. Уларға төрлө мөһим эштәре буйынса тышҡа көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем генә сығырға мөмкин.
Тик нисек кенә булмаһын, яңғыҙ өлкәндәргә ирекмәндәр ярҙамы бик кәрәк. Өфөлә был эш 10 ноябрҙән ойошторолдо тип хәбәр иткәйнек. Хәҙер райондарҙа ла ирекмәндәр әүҙемләшә башланы. Мәҫәлән, Көйөргәҙелә.
Бөгөн ирекмәндәр штабында 100 самаһы кеше эшләй башлаған да. Көйөргәҙе районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар өлкәндәр менән аңлатыу һәм профилактика эштәре үткәрә. Шулай уҡ сауҙа нөктәләрендә ойошторолған рейдтарҙа ҡатнаша. Ермолаевка ауылында урынлашҡан “Ғаилә” үҙәге янындағы колл-үҙәк белгестәре иһә дарыу һәм аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. Бынан тыш, ауыл хакимиәттәрендә лә "ҡыҙыу бәйләнеш" эше ойошторолған.
– Мин район һәм Яҡшембәт ауылы биләмәһендә ирекмән булып эшләйем. Был хәрәкәткә бик ыңғай ҡараштамын, һәр ваҡыт өлкәндәргә һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Ауыл магазинында кәрәкле дарыу һәм аҙыҡ-түлек юҡ икән, район үҙәгенә барабыҙ. Автомобилде заправкалау менән ауыл хакимиәте ярҙам итә. Кешеләр беҙҙең эштән ҡәнәғәт. Бөтә эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәйбеҙ, – ти ирекмән Фидан Булатов.
Ирекмәндәрҙең эше менән район кешеләре лә бик ҡәнәғәт.
– Мин магазинға үҙем йөрөп күнеккәнмен, йәйәү йөрөү файҙалы бит. Ләкин әлегә ярамай, быны аңлайым. Балалар һәм ейәндәр тиҙ генә берәй нимә алырға кәрәк булһа, әйт, ти, тик улар ҙа эштә. Ирекмәндәр тураһында ейәнсәрем һөйләне, сөнки ул үҙе лә ошо хәрәкәттә ҡатнаша. Шуға күрә уға шылтыратып, ярҙам һораным. Бер сәғәт эсендә кәрәкле нимәләрҙе килтереп бирҙеләр. Бик итәғәтле һөйләшәләр, тағы нимә кәрәк тип һоранылар. Рәхмәт уларға. Үҙ ваҡытыңды әрәм итеп башҡаларға ярҙам итергә һәр кем әҙер түгел. Ирекмән булыу – бик изге эш, – ти районда йәшәүсе 72 йәшлек Нурҙый Имамов.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.
Читайте нас: