Була бит шундай тырыш һәм үҙ маҡсатына ынтылыусан балалар. Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән 3-сө класс уҡыусыһы Әминә Теләүғолова әсәһе Гөлнәзирә Садиҡ ҡыҙынан өйрәнеп, көҙгө каникул ваҡытында битлектәр теккән.
Әсәнән күргән - тун бескән тигәндәй, ҡыҙҙарының тегеүгә ҡыҙыҡһыныуын күргән ата-әсәһе уға кескәй генә теген машинаһы алып биргән. Уйынсыҡ кеүек тойолған булһа ла, Әминә бүләккә бик ҡыуанған һәм ҡурсаҡтарына төрлө кейемдәр тегеү менән булышҡан.
Үҙе туплаған бер аҙ аҡсаға туҡыма һатып алып, битлек тегергә булған ҡыҙының изге ниәтенә әсәһе лә ҡаршы килмәгән, нисек бесергә, тегергә кәрәклеген өйрәткән, ярҙам иткән. Ошо көндәрҙә әсәле-ҡыҙлы Теләүғоловтар Асҡар баҙарында, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, оло быуын кешеләренә 100 дана битлек таратҡан. Ҡалған 30 битлекте Әминә мәктәпкә алып барып класташтарына бүләк иткән.
Бәләкәй ҡыҙҙың изге эштәре хайран ҡалырлыҡ һәм өлгө булырлыҡ. Артабан да йөрәгең тулы изгелек, ҡулдарыңдың тилберлеге, аҡыллы һәм маҡсатлы булыуың һине ташламаһын, кескәй ирекмән! Афарин, Әминә!
Фото: Гөлнара Күсәрбаева.