Октябрьский ҡалаһында ла мохтаждарға ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр штабы эшен тергеҙҙе. ”Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе һәм “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге өлкәндәргә, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшыра башлаған. Бынан тыш, ирекмәндәр кешеләргә уларҙың иҫәбенә аҙыҡ-түлек, дарыу килтереп биреү менән дә шөғөлләнә.
Октябрьскийҙа йәшәгән кешеләр 4-32-38 номеры буйынса “Беҙҙең хәстәр” үҙәгенең "ҡыҙыу линия"һына шылтыратып, ярҙам һорай ала.
“Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгенең урындағы бүлексәһе координаторы Рөстәм Әбделҡәйүмов белдереүенсә, әле уларҙа утыҙ ирекмән һәм ун автоирекмән эшләй.
"Беҙ мохтаждарға дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, медицина битлектәре алып барабыҙ. Кешеләр менән яҡындан бәйләнеш юҡ. Уларға чек һәм пакетты тапшырабыҙ, онлайн түләйҙәр", – ти координатор.
Бынан тыш, партия ағзалары урындағы дауаханала булып, шәхси һаҡланыу, гигиена саралары, төрлө кәрәкле техника саралары тапшырған. Әле бында 80 пациент коронавирустан дауалана.
"Медицина учреждениеһына МФУ-лы компьютер килтерҙек, ул сирлеләрҙе теркәү өсөн кәрәк. Шәхси һаҡланыу саралары ла тапшырҙыҡ. Быларҙың барыһы ла табиптарҙың эшен бер аҙ булһа ла еңеләйтеү өсөн башҡарыла. Шулай уҡ башҡорт балы ла алып килдек, ул да табиптарҙың һаулығын һаҡларға ярҙам итер тип уйлайбыҙ", – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.