Октябрьский ҡалаһының ирекмәндәр отрядтары эшмәкәрлеген тергеҙҙе. Был 10 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелеүгә бәйле.
“Йәштәр һарайы” ирекмәндәр штабы етәксеһе Рөстәм Әбделҡәйүмов белдереүенсә, уларҙың ирекмәндәре #БеҙБергә Бөтә Рәсәй бер-береңә ярҙам итеү акцияһы һәм “Беҙҙең хәстәр” социаль проектына ярашлы өлкәндәргә, инвалидтарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ етемдәргә, ауыр тормош шарттарында ҡалған кешеләргә булышлыҡ ҡыла.
"Бөгөн ҡалала резервта 176 ирекмән иҫәпләнә, әле уларҙың 20-һе эшкә йәлеп ителгән. Биш мобиль төркөм хеҙмәтләндерә, улар ҡала буйлап автомобилдәрҙә адресаттарға аҙыҡ-түлек алып барып бирә", – тине Рөстәм Әбделҡәйүмов.
Халыҡ ирекмәндәр килеүенә бик ҡыуана. Мәҫәлән, Любовь Халаимова ҡыуанысынан уларҙы ҡунаҡҡа саҡыра башлаған. Тик ирекмәндәр, коронавирусҡа бәйле билдәләнгән санитар талаптар буйынса, инергә ярамағанлығын аңлата.
“Мин "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтыратып, аҙыҡ-түлек килтереүҙе һораным. Ирекмәндәр бик тиҙ алып килде. Аҙыҡ-түлек тәмле, саф, әйтерһең, үҙем һайлап алғанмын”, – ти ул.
Ирекмәндәр белдереүенсә, өлкәндәр менән яҡындан бәйләнеш юҡ, түләү онлайн башҡарыла. Ярҙам ике йүнәлештә күрһәтелә – аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алып, адресатҡа килтереп биреү һәм бушлай аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү.
Октябрьский ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе өлкәндәргә, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшыра.
Ошо көндәрҙә "Йәштәр һарайы" ирекмәндәре Рөстәм Әбделҡәйүмов менән Максим Кузнецов "Ашығыс ярҙам" табиптарына ветеранды КТ-ға алып барыу, аҙаҡ ковид-госпиталгә урынлаштырыуҙа ярҙам иткән.
Ҡала кешеләре “Беҙҙең хәстәр” үҙәгенә 8 (34767) 4-32-38 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.