Геройҙар дәүере
4 Декабрь 2020, 17:30

Ирекмәндәр һәр саҡ сафта

Үҫмерҙәр клубы белгесе Айгөл Сәфәрова башҡалар хаҡында хәстәрлек күреүҙе көндәлек бурысы тип иҫәпләй.

Ҡаһарман йөрәкле, әүҙем ватандаштарыбыҙ – арабыҙҙа. Таныш булығыҙ: шундайҙарҙың береһе – Айгөл Альфред ҡыҙы Сәфәрова.
Ул баш ҡаланың Совет районында әүҙем эшләп килгән “Әфлисун” үҫмерҙәр клубтары берләшмәһендә 2007 йылдан алып хеҙмәт итә. Тәүҙә социаль педагог вазифаһын башҡарған, ә 2018 йылдан - берләшмәгә ҡараған “Юлдаш” үҫмерҙәр клубының структур подразделениеһы мөдире. Берләшмә баш ҡаланың Владивосток урамында урынлашҡан.
“Ирекмәнлек минең өсөн яңылыҡ түгел, сөнки үҫмерҙәр клубында уның менән даими шөғөлләнәләр, йәш быуында ватансыллыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләү өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла.
Пандемия осоронда беҙҙең эшмәкәрлек нығыраҡ әүҙемләште. Тәүге сиратта оло йәштәгеләргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Пандемия башланғас та тиҫтәләрсә кешегә дарыуҙар алып барҙыҡ, аҙыҡ-түлек һатып алдыҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе башҡарҙыҡ. Бер генә ғариза ла иғтибарһыҙ ҡалманы.
Унан “Беҙ бергә” кеүек социаль акцияла ла ҡатнаштыҡ һәм мохтаждар, күп балалылар өсөн аҙыҡ-түлек пакеттары тараттыҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проектына ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә Еңеү байрамы айҡанлы бүләк йыйылмаларын еткерҙек. Ғөмүмән, бер генә иҫтәлекле көн, байрам да ирекмәндәр ҡатнашлығынан тыш үтмәй, пандемия осоронда көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләргә лә уларҙың ярҙамы талап ителә. Миҫал өсөн, хәҙер битлектәрҙе лә мохтаждар өсөн йорттарына алып барабыҙ. Әлеге ваҡытта ирекмәнлек эше дауам итә, беҙ – сафта”, – ти Айгөл Альфред ҡыҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 65 йәштән өлкәнерәктәр өсөн әлеге осорҙа үҙаллы ҡурсаланыу режимы иғлан ителгән. Уларға 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин: ике сәғәт эсендә магазинға, дарыуханаларға һәм башҡа тормош ихтыяжы булған урындарға бара алалар. Бынан тыш, мотлаҡ битлек кейеү режимы һаҡлана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге үрҙә телгә алынған категория граждандарына даими ярҙам сараларын тормошҡа ашыра.
Ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
8-800-201-89-03.
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин:
8(347) 218-19-19.
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас