5 декабрҙә Бөтә донъя ирекмәндәр көнө билдәләнә. Бөгөн тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҙур сәйәси, спорт һәм мәҙәни саралар ойошторғанда, кеше эҙләгәндә, бәлә килгәндә һ.б. – һәр саҡ ирекмәндәр алғы сафта. Пандемия осоронда мохтаждарҙы төрлө яҡлап хәстәрләү ҙә улар иңенә ятты. Үҙ ирке менән изгелек эшләгән кешеләргә бөгөн оло рәхмәт һүҙҙәре яңғырай.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина ла үҙенең фекерҙәштәре менән ярҙамға мохтаждарға булышлыҡ ҡылырға һәр саҡ әҙер.
"Бөгөн Бөтә донъя ирекмәндәр көнөн билдәләйбеҙ. Мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, янғын һүндереү, экологияны яҡлау, ҡан тапшырыу һәм башҡа ошондай кешелек мәсьәләләренә битараф булмаған һәр кемдең байрамы ул. Ағымдағы еңел булмаған йыл берҙәмлектә - көс икәненә ныҡлы инандырҙы. Быйыл беҙ ярҙам итеүҙең һәр кемдең ҡулынан килә торған эш булыуын аңланыҡ. Ирекмәнлек ҡеүәт йыйған социаль трендҡа әйләнеп бара. Ул оҙаҡ йылдар һаҡланыр тип ышанабыҙ. Һәр бишенсе Рәсәй кешеһе үҙен ирекмән тип иҫәпләй, тағы ла 20 проценты ошо сафты тулыландырырға әҙер. Даими нигеҙҙә ярҙам иткәндәрҙең һаны ла арта. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, “Халыҡ контроле” партия проекты ағзалары һәм ярҙамсыларым “Депутат хәстәрлеге”, “Автоирекмәндәр”, “Хәстәрлек таксиһы” акцияларында әүҙем ҡатнаша", – тип бөгөнгө байрамға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөлнур Ҡолһарина.
Беҙ ҙә республиканың ирекмәндәрен, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған һәр кешене байрам менән ҡотлайбыҙ!