Геройҙар дәүере
7 Декабрь 2020, 12:30

Ирекмәндәр, һеҙ беҙгә бик кәрәк!

Был изге кешеләрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ирекмәндәрен Ирекмәндәр көнө менән ҡотланы.
– 5 декабрҙә Рәсәйҙә Ирекмәндәр көнө билдәләнде. Бик мөһим саралар үтте. Әйткәндәй, беҙҙекеләр “Рәсәй ирекмәне – 2020” конкурсында иң юғары урындарҙы яуланы һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа ҡатнашты, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә ысынбарлыҡта ирекмәндәр хәрәкәте бик көслө үҫешкән. Шуның арҡаһында әлеге еңел булмаған ваҡытта етди таянысыбыҙ бар. Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, пандемия осоронда һеҙ беҙгә бик кәрәк.
Фото: panoramarb.ru
Читайте нас