Кисә Рәсәйҙә иҫтәлекле дата – Ватан Геройҙары көнө билдәләнде. Уға арналған саралар Волга буйы федераль округы төбәктәрендә лә булды.
Был көндә федераль округтың һәр төбәгендә етәкселәр, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында Ватан Геройҙарына ҡуйылған мемориалдарға сәскәләр һалыу тантаналары үтте.
Мәктәптәрҙең 9 - 11-се кластарында Ватан Геройҙары ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре уҙҙы.
Видеоконференция режимында Волга буйы федераль округы төбәктәренең йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн яуаплы юғары вазифа вәкилдәре урынбаҫарҙары, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмәләр үтте. Унда округта ойошторолған “Ватан Геройҙары” йәмәғәт проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре, 2021 йылға эш йүнәлештәре билдәләнде, шулай уҡ проектҡа ярашлы атҡарылған өс конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Башҡортостан “Ватан һаҡлаусылары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҡануниәтте иң тулы үтәү” номинацияһында 1-се урынға лайыҡ тип табылды. 2-се һәм 3–сө урындарҙы ут күршеләребеҙ – Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе алды.
Беҙҙең республика вәкилдәре тағы бер призлы урынға лайыҡ булды: Салауат ҡалаһының “Ровесник” йәштәр үҙәгенә ҡараған “Ватан” хәрби-патриотик клубы “Волга буйы федераль округының иң яҡшы хәрби-патриотик клубы” номинацияһында 3-сө урынға сыҡты.