Геройҙар дәүере
13 Декабрь 2020, 14:30

"Рәфис минең улымды ҡотҡарҙы"

Ә башҡалар был хәлде аңлап ҡабул итеп, түҙемле генә көтә...

Өфөлә автобуста китеп барған пассажирҙың ҡапыл эпилепсия өйәнәге башлана. Водитель ҡаушап ҡалмай, йәш егеткә тәүге ярҙамды күрһәтә һәм "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен саҡыртып, сирлене табиптарҙың ҡулына тапшыра.
"Маршрут автобусы водителенә минең улымды ҡотҡарғаны өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Аҙаҡ ул хатта өйәнәк ваҡытында улым юғалтҡан сымһыҙ ҡолаҡсындарҙы ла алып килеп бирҙе. Пассажирҙарға ла был хәлде аңлап ҡабул итеп, түҙемле генә көткәндәре өсөн рәхмәт. Донъяла барыбер яҡшы кешеләр күберәк", - ти егеттең әсәһе.
Был тыйнаҡ ҡына үҙ эшенең оҫтаһы 230-сы маршрут водителе Рәфис Абдуллин икән. Афарин!
Фото: Р. Абдуллиндың шәхси архивынан.
Читайте нас