Өфөлә “Төбәк лидерҙары” милли телевизион премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. “Геройҙар дәүере” номинацияһында төп бүләк Дим биҫтәһендәге 3-сө клиник дауахананың баш табибы Фәнил Шәмиғоловҡа тапшырылды.
Бөрйән районында тыуып үҫкән егет ябай санитарҙан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһына тиклем үҫеүгә өлгәшә. Уның тормошонда ауыр мәлдәр күп булһа ла, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй – йөрәк ҡушыуы буйынса һайлаған һөнәренә тоғро хеҙмәтен дауам итә. Фәнил Булат улы медицина өлкәһендәге ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй, уның уңыштарын, етешһеҙлектәрен күрә белә һәм был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтергә лә ҡурҡмай.
Республика Башлығы Радий Хәбиров та Фәнил Шәмиғолов тураһында “һаулыҡ һаҡлау системаһындағы тәжрибәле белгес һәм ойоштороусы” тип белдергәйне. Әйтергә кәрәк, Дим биҫтәһендәге дауаханала коронавирус менән сирләгән ауырыуҙар госпитале асыла тигән ҡарар булғас та, ул ҡыҫҡа ваҡытта стационарҙа 133 урын ойошторола, уларҙың унауһы реанимация өсөн тәғәйенләнгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерлек үтә, тейешле күләмдә ИВЛ аппараттары ла алына.
Быйыл йәй Фәнил Булат улы медицина өлкәһендәге иң юғары наградаларҙың береһе булған Пирогов ордены менән бүләкләнде. 2003 йылдан "Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем йөрөтә, шулай уҡ Башҡортостан Хирургтар ассоциацияһы ағзаһы булып тора.