Геройҙар дәүере
25 Декабрь 2020, 16:05

Тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға

"Тәү тапҡыр балалар йортона барырға тура килде. Етем ҡыҙ-малайҙарҙы күреп йөрәгемдең нисек әрнегәнен белһәгеҙ икән..."

Учалыла 49 ирекмән иҫәпләнә. Ауыр мәлдә ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, мохтаждарҙы яңғыҙ ҡалдырмай, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыша улар. Төп көстө башлыса йәштәр тәшкил итһә лә, араларында урта һәм өлкән быуын кешеләре лә юҡ түгел.
Карантин осоронда мохтаждарға ярҙамдан тыш, Учалы ирекмәндәре даими нигеҙҙә инвалид балалар, өлкәндәр, йәштәр менән эшләй. Мәҫәлән, Анастасия Минһажева яҡташтарына туғыҙ йыл ярҙам итә.
"Тәү тапҡыр балалар йортона барырға тура килде, етем ҡыҙ-малайҙарҙы күреп йөрәгемдең нисек әрнегәнен белһәгеҙ икән... Шул мәлдән башлап сирле, ярҙамға мохтаж балаларҙы, ололарҙы, ғөмүмән, үҙҙәренә ҡарата ниндәйҙер йылы мөнәсәбәт өмөт иткән кешеләрҙе ситләтеп үтә алмайым", - ти ирекмән.
Тормош аяуһыҙ, Настяның тәүге балаһы ауырыу булып донъяға килә, инвалид. Шуға ла сирле сабый тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең күңел кисереше минең өсөн таныш, ти ул.
Йәшәйешебеҙгә күҙгә күренмәҫ дошман - ковид һөжүм иткәндә лә, тыныс ҡына ситтә ҡала алмаған Настя. Ололарға, сирлеләргә тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға ул.
Фото: “Яйыҡ” гәзите сайты.
Читайте нас