Геройҙар дәүере
26 Декабрь 2020, 12:30

Автоирекмән Шишмәгә юлланды

Был изге эштән «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһы ла ситтә ҡалманы.

Пандемия башланыу менән республиканың әүҙем граждандары ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, мохтаждарҙы яңғыҙ ҡалдырмай, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.
Автоирекмәндәр карантинда булған кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыу килтерәләр, табиптарҙы дауаханаларға алып баралар, сменанан һуң өйҙәренә илтеп ҡуялар. Ҡайһы бер ирекмәндәр автомобилдәрендә көнөнә 40 километрҙан да ашыу юл үтә.
Бөгөн автоирекмән Сергей Лабин Шишмә ҡасабаһына юл тотто. Ул ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып COVID-госпиталдә, “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының балаларына Яңы йыл бүләктәрен килтерҙе.
Был изге эштән «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһы ла ситтә ҡалманы. Предприятие заявкаларҙы үтәү өсөн йыраҡ юлға сыҡҡан автоирекмәндәргә яғыулыҡ өсөн карталар таратты.
Проект операторы булып Өфө ҡалаһын үҫтереү буйынса йәмәғәт фонды сығыш яһаны.
Әйткәндәй, "ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт" компанияһы даими рәүештә хәйриә акцияларында ҡатнаша. Предприятие балалар йорттарын, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа социаль учреждениеларҙы, ярҙамға мохтаждарҙы хәстәренән айырмай.
Фото: lukoils.ru
Читайте нас