Геройҙар дәүере
11 Ғинуар 2021, 15:45

Аҡ халатлыларға рәхмәт йөҙөнән

Бөгөн Башҡортостан табиптарына рәхмәт һүҙҙәре яуҙы.

11 ғинуар - Халыҡ-ара рәхмәт әйтеү көнө.
Ошо уңайҙан Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Табиптарға рәхмәт әйт" акцияһын ойошторҙо.
Беҙҙең заман геройҙары - ул табиптар. Үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡалар йәшәһен өсөн ал-ял белмәй гел алғы һыҙыҡта булған был һөнәр эйәләренә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Акция сиктәрендә һәр кем аҡ халатлыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, #спасибомедикамРБ хэштегы аҫтында видео йәки текст формаһындағы рәхмәт һүҙҙәрен Интернет киңлектәренә урынлаштыра.
"Табиптарға рәхмәт әйт" акцияһына Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ҡушылдылар. "Бәйләнештә", Инстаграм кеүек социаль селтәрҙәрҙә үрҙә күрһәтелгән хэштег буйынса үтһәгеҙ, олоһоноң да, кесеһенең дә табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен әйткәнен күрергә була.
Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле алым ҡулланған: кемдер табиптарҙың фотоһын ҡуйған, кемдер һүрәт төшөргән, кемдер плакат әҙерләгән, кемдер рәхмәт һүҙҙәрен ҡарға яҙған.
Быларҙың барыһы ла тупланып, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтына ҡуйыласаҡ.
Фото: Инстаграм
Читайте нас