Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Николай Антошкин менән бәхилләште. Ул ҡаты ауырыуҙан 17 ғинуарҙа вафат булды. Сарала Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһындағы коллегалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашты.
Вице-премьер Ирек Сәғитов Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте исеменән ҡайғы уртаҡлашты. Ул, Николай Антошкин республиканы яратты, тыуған яғына йыш ҡайта торғайны, Башҡортостан халҡы уны яҡшы хәтерләй, ҡаһарманлығы өсөн ихтирам итә, мәктәптәр, музейҙар, урамдар уның исемен йөрөтә, тип билдәләне.
Ғүмеренең ахырына тиклем Николай Тимофеевич Антошкин әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендәге Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары клубына етәкселек итә, Дәүләт Думаһы депутаты була.