Геройҙар дәүере
19 Ғинуар 2021, 19:00

Табиптар иңендәге көсөргәнеште кәметеп

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре ковидтан өйҙә дауаланғандарға дарыуҙар менән бокстар алып барыуын дауам итә.

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре ковидтан өйҙә дауаланған кешеләргә дарыуҙар менән бокстар алып барыуын дауам итә. Бөгөн әүҙемселәр 21-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһы пациенттарына медикаменттар килтергән.
Был препараттар поликлиникаларға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша, раҫланған коронавирус диагнозы булған кешеләргә өйҙә дауаланыу өсөн бүленә. Барыһы ла етди регламентлана, федераль кимәлдә раҫланған. Йыйылмаға табиптың билдәләүенә ҡарап антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы дарыуҙар, температураны төшөрөү өсөн препараттар һәм башҡа дарыуҙар инеүе мөмкин. Пандемия осоронда медицина учреждениеларына көсөргәнештең ныҡ артыуын иҫәпкә алып, дарыуҙарҙы өйгә алып биреү эшендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәре ярҙам итә.
Ирекмәндәр дарыуҙы ике адрес буйынса алып барған. Уларҙы тапшырған саҡта барлыҡ санитар талаптар үтәлгән.
Дарыуҙар исемлеге һәр кемгә табип билдәләүе буйынса төҙөлә. Мәҫәлән, Мәрйәм Муллағәлиева ике ҡап “Гриппферон”, “Азитромицин” һәм “Арепливар” алған. Икенсе сирлегә иһә “Арепливир” урынына “Арбидол” алып барғандар. Дауалау билдәләү тураһындағы ҡарар һәр кем өсөн айырым ҡабул ителә. Дарыуҙан тыш, сирлеләр ковидтан һуңғы реабилитация тураһында мәғлүмәт менән брошюралар ала.
Пенсионер Мәрйәм Муллағәлиева әүҙемселәргә ярҙамдары өсөн рәхмәт әйткән. Хәленең яҡшыра башлауын белдергән.
“Партия башҡарма комитетының ирекмәндәр үҙәге әүҙемселәре ҡурсаланыу тәртибендә булған кешеләргә дарыуҙар алып барыуҙы дауам итә. Ирекмәндәр медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре иңенә төшкән көсөргәнештең бер өлөшөн үҙҙәренә алған. Башлыса дарыуҙы өлкәндәргә һәм инвалидлығы булған кешеләргә алып барабыҙ”, - тине “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәне Оскар Лютов.
Дөйөм алғанда, 2020 йылдың 1 ноябренән алып “Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәре 6,4 мең тапҡыр ковид менән сирлеләргә дарыу алып барған. “Беҙҙең хәстәрлек” проектына 7132 ирекмән йәлеп ителгән, шул иҫәптән 2003 автоирекмәндәр һәм амбулатория шарттарында дауаланған пациенттарға дарыу алып барырға әҙер булған 272 ирекмән эшләй.
Читайте нас