Геройҙар дәүере
8 Февраль 2021, 18:15

"Күләүектә ҡояш күрәбеҙ..."

Эмма Сафиуллина Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә заманыбыҙҙың ысын геройҙары исемлегендә телгә алынды.

Эмма Сафиуллина – Өфөләге 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә заманыбыҙҙың ысын геройҙары исемлегендә телгә алынды.
"Эмма Эдуард ҡыҙы онлайн-режимдағы уҡытыу процесын юғары кимәлдә ойошторҙо, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең юғары ихтирамын яуланы, – тине Радий Фәрит улы. – Әйткәндәй, ул – “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Һөнәргә һәм уҡыусыларығыҙға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Эмма Эдуард ҡыҙы!"
Педагог үҙе әйтеүенсә, был осраҡта ул мәғариф буйынса менеджер сифатында сығыш яһай. “Ни өсөн тиһәгеҙ, мин директор урынбаҫары бит, ә беҙҙең гимназияла сит телдәр киң уҡытыла – инглиз, француз, немец, ҡытай телдәрен өйрәтәбеҙ, - ти педагог. - Инглиз теле барыһы өсөн дә төп булып тора. Ҡалғандарын уҡыусылар үҙҙәре һайлап ала. Мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә гимназия составындағы ошо сит телдәр кафедраһының эшен ойоштороу миңә йөкмәтелде, ә кафедра бәләкәй ҙә түгел – унда 35-тән ашыу кеше хеҙмәт итә”.
Эмма Сафиуллина етәкселегендәге был кафедра тиҙ арала алдынғылар сафына сыға. Каникул осоронда диктант яҙырға кәрәклеге билдәле булғас та, бөтә көс яңыса эшләүҙе үҙләштереүгә йүнәлтелә. Коллектив ошо мәғлүмәт платформаһын өйрәнә, бер туҡтауһыҙ һынап ҡарай. Ул педагогтарға уҡытыу процесын видеоконференция рәүешендә ойоштороу мөмкинлеге бирә.
"Каникулда бөтә уҡытыусылар бергә онлайн-осрашыуҙар ойоштороу менән шөғөлләндек, планлаштырыуҙы үҙгәрттек, видеодәрестәр булдырҙыҡ, презентациялар үткәрҙек, – ти Эмма Эдуард ҡыҙы. – Артабан быларҙың барыһы ла гимназияның сайтына ҡуйыла барҙы. Унда уҡытыусылар ғына түгел, ә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе лә инә ала. Бынан тыш, кафедраның "WhatsApp"тағы чатын да булдыралар: ниндәйҙер сәбәп буйынса уҡыусы әлеге мәғлүмәт платформаһына инә алмаһа, йә унда ниндәйҙер тотҡарлыҡ тыуһа, ошо чаттан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Был осраҡта балаларға аудио һәм видео буйынса даими ярҙам, аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса булышлыҡ күрһәтелә. Дәрес форматтары ла ижади юҫыҡҡа күсә. Балалар йортта үҙҙәре йәки ата-әсәһе менән генә ултырғас, класта уҡытыусы ҡаршыһында булмағас, бындай шарттар улар өсөн бөтөнләй яңы ине.
"Шуға беҙ дәресте ыңғай тойғоларға таянып, төрлө уйындар нигеҙендә үткәрергә тырыштыҡ, – ти педагог. – Балалар хатта йәнһүрәт эшләргә, әкиәт яҙырға ла оҫтарып алды. Дәрес темаһы буйынса, әлбиттә. Былар барыһы ла инглиз телендә! Контроль эштәр ҙә онлайн тәртиптә үткәрелде. Уларҙы шунда уҡ тикшерергә кәрәк. Уҡытыусылар өсөн дә был осраҡта, тәбиғи, көсөргәнеш ҙур. Әйткәнемсә, позитив ҡотҡара. Кемдер, мәҫәлән, урамда ятҡан күләүектә бысраҡ һыу ғына күрә, ә беҙ унда күк йөҙөнөң һәм ҡояштың сағылышын табырға тырышабыҙ".
Өфөләге 39-сы гимназия 1955 йылда асылған. 2002 йылдан алып ул ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре проекты буйынса эшләй, 2004 йылда мәғариф учреждениеһында ЮНЕСКО-ның АVANTE клубы ойошторола, тағы ла ике йылдан “Life Link” халыҡ-ара программаһы буйынса эш башлана. 2010 йылда гимназияға төкәтмә төҙөү, йәнә бер йылдан төп бинаға реконструкция үткәреү мөмкинлектәрҙе арттыра. Шарттарҙың яҡшырыуы ла, коллективтың юғары сифатлы хеҙмәте лә үҙ һөҙөмтәләрен бирә: 2013 йылда гимназия “Электрон мәктәп” конкурсында беренсе урынды ала, 2014 йылда уны Башҡортостандың иң яҡшы 30 мәктәбе исемлегенә индерәләр, 2015 йылда гимназияның сайты – “Белем биреү ойошмаһының иң яҡшы сайты” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Белем сифаты юғары: ике йыл элек уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыларының конкурентлыҡҡа һәләте буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 30 мәктәбе исемлегенә инде.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас