Геройҙар дәүере
3 Март 2021, 10:00

Ирекмән Венера матурлыҡ өләшә

Ошо сер тураһында ла онотмайыҡ: башҡалар яратһын өсөн кеше үҙе лә үҙен яратырға, тәрбиәләргә тейеш.

Битлек, бирсәткәне оҙаҡ ваҡыт сисмәй кейеүҙән тән тиреһенең ҡуҙғыуы “маскне” тип атала икән. COVID-19 пандемияһының ошо бәләһе лә ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсой. Төрлө һытҡы, сыбыртмалар пәйҙә булмаһын өсөн сифатлы косметика ҡулланыу зарур.
Тап ошо юҫыҡтан фекер йөрөтөп, Венера Билалова хәйриә акцияһы үткәргән – Учалы балалыҡ йорто хеҙмәткәрҙәренә “Мэри Кэй” фирмаһы етештергән 28 бүләк тупланмаһы тапшыра – ҡул өсөн кремдар, биткә һала торған крем-маскалар һәм иренгә помада. Әлбиттә, шатлыҡ менән, рәхмәт әйтеп ҡабул итәләр бүләкте.
Әлеге көндә баш ҡалала йәшәүсе Учалы ҡыҙы Венера Билалова “Mary Kay” компанияһында Beauty-эксперт булып эшләй, модель бизнесында мәшғүл, төрлө социаль һәм мәҙәни проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, өҫтәүенә – ирекмән.
- Форсат сыҡҡанда, бөтә яҡташ ҡатын-ҡыҙҙы яҡынлашып киләгән 8 Март байрамы менән ҡотлайым! – ти Венера. - Һөйөп, һөйөләп йәшәгеҙ! Ошо сер тураһында ла онотмайыҡ: башҡалар яратһын өсөн кеше үҙе лә үҙен яратырға, тәрбиәләргә тейеш.
Мәғлүмәт һәм фото “Яйыҡ” гәзитенән алынды.
Читайте нас