Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Беҙ тырыштар! Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ!” тигән Мөрәжәғәтнамәһен барыһы ла диҡҡәт менән тыңланы. Ә инде Колонналы залға саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтар араһында йәш ғалим Дмитрий Матвеевтың булыуы айырыуса шатлыҡлы күренеш ине.
Әйткәндәй, Өфө дәүләт нефть техник университетының Инжиниринг үҙәге директоры, техник фәндәр кандидаты Дмитрий Сергеевич МАТВЕЕВ – һәр саҡ юлда. Февраль баштарында шылтыратҡанда Мәскәүгә эшлекле сәфәре тураһында әйткәйне, күп тә үтмәне, Ҡазанға командировкаға барыуы хаҡында белдерҙе. Фән кешеһенең эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән осрашырға ваҡыт тапты.
– Дмитрий Сергеевич, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырығыҙ әле.
– Хыялым тормошҡа ашты – Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. “Технологик эштәрҙе һәм етештереүҙе автоматлаштырыу” тигән йүнәлеш буйынса белгесмен. Ябай ғына аңлатҡанда, мин – инженер. Ҡулыма диплом алып, өс йыл уҙғас, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Һүҙ ҙә юҡ, фән – ҡыҙыҡлы тармаҡ, юғарыға үрләгән һайын үрләге килә. Сколково идаралығының Мәскәү мәктәбендә белем эстәнем. “Ректорҙар мәктәбе: терәк университеттарҙың идара итеү командаһы” тип аталған программаны үҙләштерҙем.
– Йәш ғалимдың хеҙмәт кенәгәһе ҡайҙа асылды?
– Үҙем белем алған вузда, йәғни Өфө дәүләт нефть техник университетында ассистент булараҡ эш башланым. Ете йыл – “Технологик эштәрҙе һәм етештереүҙе автоматлаштырыу” кафедраһында доцент вазифаһында. Студенттарға лекциялар уҡыйым, йәштәрҙең белемгә ынтылышының көслө булыуы шатландыра. Шулай уҡ ҡыҙыҡһыныусан, сәмсел, эҙәрмән дә улар. Бынан тыш практик курстар, лаборатор дәрестәр үткәрәм, студенттарҙың курс эштәрен тикшерәм, ҡыҙҙар һәм егеттәр миңә диплом эштәре яҙа.
– Инжиниринг үҙәге нимә ул?
– Өфө дәүләт нефть техник университетының 2014 йылда төҙөлгән Инжиниринг үҙәге – юғары уҡыу йортоноң структур тармағы. Фәнде һәм етештереүҙе алға этәреү өсөн ҙур майҙансыҡ. Инновациялы идеялар үҙебеҙҙә тормошҡа ашырыла. Ул йәш булыуына ҡармаҫтан, ҡаҙаныштар яуларға ла өлгөрҙө. Беҙ илебеҙ кимәлендә ойошторолған асыҡ конкурста еңеп сыҡтыҡ. Шул иғтибарға лайыҡ, юғары уҡыу йортоноң Инжиниринг үҙәге тәҡдим иткән сираттағы проектыбыҙ фәнни-мәғариф үҙәк программаһына индерелде һәм 300 миллион һумлыҡ федераль грант отто, ул күп фәнни эштәргә юл асты.
Заказ биреүселәр – “Транснефть”, “НК “Роснефть”, “Лукойл”, “Газпром”, “Газпром нефть”, “Башнефть”, “Татнефть” һымаҡ акционерҙар йәмғиәте һәм уларҙың бүлендек ойошмалары. Диагностика үткәреү, техник белешмә биреү, яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм тәжрибә-сәнәғәт етештереү предприятиелары объекттарына проект эштәрен башҡарыу кеүек хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ.
– Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар билдәләгәнһегеҙ?
– Әлбиттә, киләһе көндәрҙә бихисап уй-ниәттәр күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү тураһында даими уйланабыҙ, эш күләмен арттырыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, шулай уҡ импортҡа алмаш программаһын бойомға ашырыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, етештереү майҙансығын яңыртыуҙы ла оноторға ярамай.
Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәйҙең терәк юғары уҡыу йорто булараҡ, Башҡортостанда төҙөлгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә теләп ҡушылды.
– Дмитрий Сергеевич, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә фән юлынан арымай-талмай атлауығыҙҙы теләйбеҙ!