Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 210 йыллығына һәм Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең биш йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
Сара Росгвардияның генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Өфө махсус тәғәйенләнештәге отряды нигеҙендә булды. Төбәк етәксеһе росгвардиясыларҙы байрам менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Эске ғәскәрҙәр тарихы данлы һәм бай. Дәүләт өсөн ошо мөһим хеҙмәт, граждандар тыныслығын, хоҡуҡ тәртибен, илдең бөтөнлөгөн ышаныслы яҡлап, ил мәнфәғәттәре һағында тора, – тине Радий Хәбиров. – Росгвардия ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстарҙы үтәй – террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә, стратегик объекттарҙы һаҡлауҙа, йәмәғәт именлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ҡатнаша. Росгвардияның Өфөләге махсус тәғәйенләнештәге отряды легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Был исемдең республикалағы һәр кешегә ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген барығыҙ ҙа яҡшы белә. Генерал Шайморатовҡа Тыуған ил өсөн көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы тарихи ҡарары өсөн бөтәбеҙ ҙә ил Президенты Владимир Путинға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Хөрмәтле иптәштәр, һеҙ атай-олатайҙарыбыҙҙың данлы йолаларын лайыҡлы дауам итәһегеҙ. Күптәрегеҙ ауыр һынауҙар аша үтте, ҡыҙыу нөктәләрҙә яуаплы хәрби бурысты үтәне. Арағыҙҙа юғары наградаларға лайыҡ булған ысын батырҙар бар. Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Һәр ҡайһығыҙ – ысын яугир, юғары класлы профессионал. Барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә, отряд ветерандарына өлгөлө хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Тыныслыҡ, изгелек, һаулыҡ һәм именлек һеҙгә һәм яҡындарығыҙға!
Республика Башлығы шулай уҡ Росгвардияның ҡорал күргәҙмәһен ҡарап сыҡты.