Өфөлә коронавирус инфекцияһынан вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә сквер булдырыу тәҡдиме менән “Действие” профсоюзы координаторы Антон Орлов республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһына, Ҡыҙыл Тәре, Медицина палатаһы һәм башҡа структураларға мөрәжәғәт итте.
Сквер өсөн урынды 8-се ҡала дауаханаһы янындағы Нефтехимиктар паркында һайлау тәҡдим ителә.
"Пандемия һаулыҡ һаҡлау системаһы проблемаларын тейешле кимәлгә күтәрҙе һәм уның нигеҙе һөнәренә тоғро, бөтә мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған намыҫлы медицина хеҙмәткәрҙәре икәнен иҫбатланы. Һәр береһенең хеҙмәте мөһим, улар бергә – коллектив герой", - тине Антон Орлов. Буласаҡ скверҙың дизайны әлегә уйланылмаған. Профсоюздың бурысы - башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берләшеп, башланғысты тормошҡа ашырыу.