Геройҙар дәүере
2 Апрель 2021, 08:59

Күренмәгән дошман сигенә, әммә...

“Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгәндәр тиҙерәк аяҡҡа баҫа”

Бөтә донъяны хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһы тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртте. Киң матбуғат сараларында ла был тема көнүҙәккә әйләнде. Шулай ҙа күренмәгән дошманға ҡаршы алышҡан табиптарыбыҙ тураһында аҙ яҡтыртыла, минеңсә. Хәйер, көндө төнгә ялғап, алғы һыҙатта көрәшкән аҡ халатлылар менән осрашыу түгел, хатта телефон, социаль селтәрҙәр аша аралашыу мөмкинлеге лә сикле булды бит быға тиклем.


Хәтирәләр


Бөгөн һүҙем Республика йоғош­ло ауырыуҙар клиник дауахана­һының 8-се бүлеге мөдире, “ҡыҙыл зона”ла эшләүсе юғары категориялы табип, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәғилә Ғаяз ҡыҙы Ҡотло­ғужина тураһында. Ул Учалы районының Ҡотой ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Уға ике йәш кенә тулғанда атаһы мәрхүм була, ә өс айҙан ҡустыһы донъяға ауаз һала.
– Әсәйем яңғыҙы ете баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Мин иҫ белгәндән бирле гел эштә булды, колхозда тир түкте. Ул таңдан тороп киткәндә беҙ йоҡлап ҡала инек, кис бик һуң ҡайтыр ине, көҙҙәрен ырҙын табағына төнгө сменаға ла сығаралар ине. Беҙ, ете бала, бер-беребеҙҙе ҡарап буй еткерҙек. Хеҙмәткә, үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫтек. Алтынсы класты тамамлаған йылда ҡустым менән бесән сабырға өйрәндем. Бесәнлегебеҙ ауылдан ете километр алыҫлыҡта урынлашҡайны, ошо араны көн һайын йәйәү үтә инек, – тип бала саҡ хәтирәләренә бирелә әңгә­мәсем.
Йәше тулғас, Фәғилә ауылын­дағы мәктәпкә беренсе класҡа бара. “Бишле” билдәләренә өлгәшә тырыш, ныҡышмал ҡыҙ. Кластарында ике малай, ике ҡыҙ уҡыйҙар. Алтынсыны тамамлаған йылда бер партала ултырған әхирәте апаһы эргәһенә, йәғни Өфөгә 1-се мәктәп-интернатҡа барырға йыйына. Фәғилә лә, класта бер үҙем ҡалам тип, әсәһенән рөхсәт алып, ҡабул итеү имтихандарын бирергә Өфөгә йүнәлә. Шулай башлана ҡыҙҙың баш ҡала тормошо.
– Иң тәүҙә ауырға тура килде, кире ҡайтып китәм тигән уй ҙа булды. Тырыша торғас, ҡала мөхитенә, интернат тормошона өйрәнеп киттем. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре күңелемә яҡын ине. Китап уҡырға яраттым, шиғырҙар ҙа яҙа торғайным, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
Фәғилә киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайларға уйлай, әммә тормош юлындағы бер осраҡ уның хыялдарын тамырынан үҙгәртә. Интернатта “тимур командаһы” хәрәкәте әүҙем эшләй. Фәғиләнең класы бер оло инәйгә ярҙам күрһәтә: фатирын йыйыштыралар, магазиндан аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыуҙар килтереп бирәләр.
– Яңғыҙы көн күргән инәй беҙҙе көтөп ала ине, ихлас аралаша торғайны. Рәхмәттәрен ихлас уҡып ултырҙы, өйөнә килеп, медицина ярҙамы күрһәткән шәфҡәт туташын теленән төшөрмәй һөйләне. Тап шул ваҡытта миндә киләсәктә кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың ауыр хәлдәрен еңеләйтеүгә бәйле һөнәр һайлау теләге тыуҙы.
Әммә ул ваҡытта медицина институтына инеүе бик ҡатмарлы ине. Хыялдарым тормошҡа ашмаҫ, тип борсолдом. Бәхеткә күрә, туғыҙынсыға барғанда, беҙҙең класс базаһында медицина институты ҡарамағында махсус класс асылды, – ти Фәғилә Ғаяз ҡыҙы.
Ошо махсус класта уҡыу киләсәк тормошон билдәләй ҙә инде ҡыҙҙың. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр институтта дәрестәр уҙғарыла. Уҡыу йорто педагогтары үҙҙәре лә килеп, мәктәп-интернатта уҡыусы­ларға белем бирә. Бала саҡтан яңылыҡҡа ынтылған ҡыҙ медицина өлкәһенә ҡағылышлы фәндәрҙе айырыуса ентекле өйрәнә.
Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай ул. Сығарылыш имтихан­дарының береһендә медицина инс­титуты уҡытыусыһы алдында һынау тоталар, һәм унда алған билдә уҡыу йортона ингән саҡта ла һанала. Башҡортостан дәүләт медицина институтына инергә теләгән 16 уҡыусының туғыҙы, шул иҫәптән Фәғилә лә, студент булып китә, ҡалғандары медицина училищеларында уҡыуҙарын дауам итә.
Студент саҡтарын йәшлегенең иң күркәм, сағыу ваҡыты тип иҫләй ҡыҙ. Тырышып-тырмашып медицина серҙәренә төшөнә ул.

– Остаздарым бик көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары ине, шуға күрә уларҙың һәр дәресен көтөп алып, өйрәткәндәрен йотлоғоп тыңлап, үҙемә һеңдереп уҡыным мин, – тип институтта белем алған ваҡытын хәтерләй әңгәмәсем.
1997 йылда уҡыу йортон университет итеп үҙгәртәләр. Фәғилә уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.


Һөнәреңде яратыу – үҙе бәхет


Алтынсы курстан һуң, терапия буйынса интернатура үткәс, йәш белгесте Бәләбәй үҙәк ҡала дауаханаһына ебәрергә тейеш булалар.

– Учалынан да алыҫ булғас, бер ҙә унда барырға күңелем тартманы. Интернатура ваҡытында Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы ҡарамағындағы кафедра базаһында “Йоғошло сирҙәр” йүнәлеше буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Бер ай эсендә ошо профиль үҙемдеке икәнлеген аңланым.
Йоғошло ауырыуҙар дауахана­һына пациенттар йыш ҡына ауыр хәлдә, юғары температура менән, ашығыс рәүештә килтерелә. Сысҡан биҙгәге, грипп, эсәк-ашҡаҙан сирҙәре, вируслы гепатит һәм башҡа ауырыуҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Тикшереп, диагноз ҡуйғас, дауалау алымдарын билдәләйһең һәм ҡыҫҡа ғына арауыҡта пациенттың хәл-торошо яҡшыра, һауығып өйөнә ҡайта. Эшеңдең һөҙөмтәһе тиҙ күренә. Табип-инфекционистың эше миңә тап шуныһы менән оҡшай.
Профессор Динә Хунафинаға интернатураны “Йоғошло ауырыу­ҙар” йүнәлеше буйынса дауам итергә теләүемде белдерҙем. Үтенесемде кире ҡаҡманылар һәм, мин диплом алғас, 4-се дауаханала хеҙмәт юлымды башланым, – ти әңгәмәсем.
23 йыл ошо дауаханала инфекционист булып эшләп, күпме ауырыуҙы терелтеп, аяҡҡа баҫ­тырҙы икән Фәғилә Ҡотлоғужина?! Үҙ эшен генә түгел, һәр ауырыуҙы яратырға ла етә уның күңел йомартлығы. Барыһын да күңел төшөнкөлөгөнән аралар өсөн психолог та булырға тура килә табипҡа. Уколдар, дарыуҙар менән генә түгел, яғымлы ҡараш, йылы һүҙ менән дә дауалай ул пациенттарын.
2009 йылда үҙенә лә, башҡа­ларға ла талапсан, эшлекле белгесте бүлек мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаһында табипҡа ауырыуҙарҙы дауалау менән генә сикләнмәйенсә, бүлектәге һәр хеҙмәткәр, һәр ауырыу өсөн яуаплы булырға, хужалыҡ эштәрен дә хәстәрләргә тура килә. Тәбиғәттән һалынған ойоштороу оҫталығы, кешеләр менән аралаша белеү һәләте Фәғилә Ғаяз ҡыҙына был бурысты ла лайыҡлы башҡарырға ярҙам итә.


Пандемия барыһын да һынаны


Мәғлүм булыуынса, коронавирус афәтенә ҡаршы көрәшкә иң тәүҙә инфекционист табиптар ҡушылды. Ысынлап та, 2020 йылдың февраль айынан алып бығаса күберәк сысҡан биҙгәге, талпан энцефалиты менән ауырыусыларҙы дауалаған бүлек тулыһынса ковид вируслы пациенттарҙы ҡабул итеүгә күсә.
Хәтерегеҙҙәлер, үткән йәй үтә лә эҫе булды. Тәүлек әйләнәһенә махсус костюмда йөрөгән табип­тарға ла, шәфҡәт туташтарына һәм санитаркаларға ла мунсалағы һымаҡ быу эсендә эшләргә тура килде, ләкин уларҙың үҙҙәрен ҡайғыртырға ваҡыттары ла, сараһы ла юҡ ине. Нәҡ тә фронттағыса фиҙакәрлек талап ителде уларҙан һәм ошо һынауҙы лайыҡлы үттеләр.
– Яңы вирус килеп сыҡҡас, “Ауырыуҙы нисек дауаларға, ниндәй алым ҡулланырға?” тигән һорауҙар күп булды. Әле лә бар улар. Федераль кимәлдәге документ – COVID-19 инфекцияһын диагностикалау һәм дауалау буйынса ваҡытлыса методик кәңәштәргә таянып эш итәбеҙ. Башта ул ауырыу беҙҙәгенән алда таралған илдәр тәжрибәһенә ҡарап төҙөлгәйне. Яңы мәғлүмәттәр тупланған һайын протоколдар үҙгәрә барҙы. Бөгөн инфекциянан дауалауҙа унынсы версияны ҡулланабыҙ. Һаҡланыу костюмдары кейеп эш итәбеҙ. Пандемия башланған осорҙа махсус кейемгә ҡытлыҡ булды, хәҙер был проблема тулыһынса хәл ителде. Бөтә санитария талаптарын күҙәтеү – ковид-госпиталдәрҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплы бурысы, сөнки вирус дауаханаларҙа ғына түгел, бөтә ерҙә лә бар.
Әлбиттә, махсус кейемдә эшләү ауыр, әммә табип өсөн иң ҙур һынау был түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, хроник сирле оло йәштәге­ләр­ҙе күп юғалттыҡ. Кешегә бер нисек тә ярҙам итә алмауыңды аңлау – табип өсөн иң ҙур һынау, – тип борсолоуҙарын белдерҙе әңгәмәсем.

Медикаменттарҙан тыш, па­циент­тың күңел торошо ла дауаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһай, тигән фекерҙә табип.
– Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: ғауғаға, ҡурҡыуға бирелгән пациенттарҙы дауалау ҙа ҡатмарлы. Ә йүнәлергә ынтыл­ған, күңел төшөнкөлөгөнә бирел­мәгән, оптимист рухлылар тиҙерәк аяҡҡа баҫа. Дөйөмләш­тереп әйткәндә, сир йоҡторған кеше үҙенә үҙе ярҙам итергә, организмын һауығыуға көйләргә тейеш, – ти Фәғилә Ғаяз ҡыҙы.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк, Фәғилә Ҡотлоғужина коронавирус инфек­ция­һының иң ҡоторған мәлендә яҡташтарын – учалыларҙы ла иғтибарынан ҡалдырмай. Әле лә райондаштарына кәңәштәре менән ярҙам итә, белгәндәре менән уртаҡлаша, хатта хәлдәре ауыр булғандарҙы үҙе эшләгән учреж­дениеға урынлаш­тырыу­ҙарын хәстәрләп дауалай ҙа.


Һаулыҡты йәш саҡтан һаҡлағыҙ


Мәғлүм булыуынса, “ҡыҙыл зона”ла күренмәгән дошманға ҡаршы көрәшеүсе табиптарға тәүлектең ваҡытына ҡарамай, сменалап эшләргә тура килә. Шул мәлдә яҡындарының аңлауы, ярҙамы бик кәрәк.
– Тормош иптәшем менән өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Яҡындарым эшем­дең ифрат ҡатмарлы икәнлеген яҡшы аңлай, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр. Ғаиләм – терәгем, таянысым, – ти Фәғилә Ғаяз ҡыҙы.
Ҡотлоғужиндар бергәләп ял итергә, тәбиғәт ҡосағына сығырға ярата, бигерәк тә тауҙарға күтәрелеүҙе үҙ итәләр, спортты йәшәү рәүешенә әйләндергәндәр. Әйткәндәй, Фәғилә Ғаяз ҡыҙы йөҙөү менән ныҡлап шөғөлләнә, хатта ҡышын да мәкелә һыу инә.
– “Намыҫыңды йәш саҡтан һаҡла” тигән әйтем бар. Шуға өҫтәп, һаулыҡты ла йәш саҡтан һаҡларға кәрәк, тип әйтер инем. Ныҡлы иммунитет, организмдың төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәшерлек хәле булһын өсөн, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлау фарыз. Яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнегеҙ. Саф һауала йышыраҡ булығыҙ, һәр ҡайҙа ла көн тәртибен күҙәтегеҙ, дөрөҫ туҡланыуға ла иғтибар бүлегеҙ, күңелегеҙҙе ыңғай тулҡынға көйләгеҙ һәм, әлбиттә, һаҡланыу сараларын теүәл үтәгеҙ. Ауырыу сигенә башланы, хәл яйлап тотороҡлана, әммә тынысланырға иртәрәк әле, – тигән кәңәштәрен бирҙе тәжрибәле табип.

Читайте нас