Геройҙар дәүере
8 Апрель 2021, 08:30

Кем һорай – ярҙамһыҙ ҡалмай

Ковид-госпиталдә дауаланғандан һуң карантинда ятҡан яңғыҙ әбейгә ярҙам талап ителә...

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Изге эш” (“Добродел”) проекты тормошҡа ашырыла. Әүҙемселәр һәм ирекмәндәр мохтаждарға ярҙам итә.
Был юлы изге эштәр республиканың Федоровка районында башҡарылған. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе ағзалары һәм Йәш гвардиясылар яңғыҙы йәшәгән пенсионер ҡатынға ярҙам иткән. Ул әлеге ваҡытта ковид-госпиталдә дауаланғандан һуң ейәне менән карантинда ятырға мәжбүр, баланың опекуны һәм уны яңғыҙы тәрбиәләй.
“Бәлә яңғыҙы йөрөмәй шул. Өлкән йәштәге ҡатын ейәне менән ҡалала дауаланған саҡта уның ауылдағы ҡарт әсәһе вафат булған. Районда яҡын туғандары юҡ. Әсәһенең йорто ҡыйығында һәр ваҡыт күп итеп ҡар туплана һәм ҡатын солан ҡыйығы сыҙамай йә емерелер, йә һыу ағыр тип ҡайғыра. Уның таныштары “Беҙҙең хәстәр” район ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, ярҙам һораны. Егеттәр өй ҡыйығын ҡарҙан таҙартты”, – ти партияның урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Наталия Власова.
Федоровка ауылының Ленин урамында йәшәгән өлкән йәштәге ғаилә пары "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтыратып, ҡарҙан ихаталағы юлдарын таҙартыуҙы һораған. “Изге эш” проекты әүҙемселәре урамдарын таҙартҡан һәм ҡарҙы ихатанан ситкә сығарған.
Райондың Покровка ауылы әүҙемселәре Ризида Мәхмүтова менән Земфира Әбйәлилова мәктәп уҡыусылары менән бергә яңғыҙ йәшәгән пенсионер – хеҙмәт ветераны Зинаида Ванюшинаның ҡарын көрәп биргән.
“Райондың күп ауылдарында әүҙемселәр ярҙам күрһәтте. Беҙ изге эштәрҙе артабан да дауам итәбеҙ”, – ти Наталия Власова.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас