Геройҙар дәүере
16 Апрель 2021, 05:50

Аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәш дауам итә

“Ҡулдан килгәнсә дауаларға тырышырға, бының өсөн үҙ-үҙеңде аямаҫҡа...”

Былтырғы йыл медицина өлкәһе өсөн һәр яҡлап һынау осоро булды. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә (2020 йылдың апреленән бүлек провизор госпитале тип аталды, күптән түгел кире үҙгәртелде), Гиппократ антына тоғро ҡалып, санитар-эпидемиологик шарттарҙа эшләргә күнекте. Хәйер, бында элек-электән һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмаҫ ҡыйыу йөрәкле, тәжрибәле һөнәрмәндәр эшләй.



Һаҡланыу мөһим


Бында элгәре диарея, ангина, гепатит кеүек сирҙәр менән килеп эләккән пациенттарҙы дауалаһалар, заман афәте ябырылғандан бирле, уларға төп көстө арабыҙҙа киң тамыр йәйеп өлгөргән вируслы пневмониянан (үпкә ялҡынһыныуы) дауалауға йүнәлтергә тура килде.
Күп сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылыуға ҡарамаҫтан, табиптарҙың иңендәге бурыстар, яуаплылыҡ һис кәмемәне. Район халҡының күҙ төбәп килгән ышаныслы кешеләре күпселек ваҡытта төндәрен керпек ҡаҡмайынса сырхауҙарҙың һаулығын хәстәрләй, үҙҙәренең һәм яҡындарының сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, заман сиренә ҡаршы көрәшә. Ҡурҡыу белмәҫ аҡ халатлыларға иркен тын алырға һаман иртәрәк әле.
– Эйе, беҙгә ярҙам һорап, өмөт бағлап килеүселәрҙең күпселеге – вируслы пневмония менән ауырыусылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүлектән пациенттар өҙөлмәй, әммә хәҙер көсөргәнеш кәмене, – тип дөйөм хәлде күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирҙе йоғошло ауырыуҙар бүлеге мөдире Эльвира Хәмит ҡыҙы Сафина. – Тәүҙә COVID-19-ға анализ алабыҙ, “тажлы” вирус раҫланған осраҡта, дауаланырға Күмертауға оҙатабыҙ. Пневмониянан дауалау өсөн беҙҙә лә шарттар бар. Вируслы инфекция эләктергән балаларға, өлкән йәштәге ауыр хәлдәгеләргә – һәр ҡайһыһына айырым иғтибар талап ителә. Вируслы пневмония менән бүлеккә эләгеүселәр – башлыса 60 йәш тирәһендә һәм унан да олораҡтар. Уларға айырыуса йылы мөнәсәбәт кәрәк. Тейешенсә дауалап, аяҡҡа баҫтырырға тырышабыҙ.
– Һеҙҙең ҡулдан күпме вируслы сирле кеше үтә, һеҙ даими рәүештә улар менән тығыҙ бәйләнештә... Йоғошло ауырыуҙар ҡурҡытмаймы? – тип төпсөнәбеҙ белгестән.
– Тәүге ваҡытта ҡурҡыу ҙа, арыу ҙа булғандыр, әммә төп эшебеҙ шул булғас, күндек. Һәр ваҡыт махсус кейемдәбеҙ. Даими рәүештә коронавирусҡа анализ тапшырып, тикшерелеп торабыҙ, битлек режимын һәр саҡ үтәргә, һаҡланырға тырышабыҙ. Халыҡты ла һаҡланыу сараларын үтәргә саҡырабыҙ. Эш еңел түгел, һүҙ ҙә юҡ, әммә берҙәм көс менән ауырлыҡтарға ҡаршы тороу еңелерәк. Коллективыбыҙ татыу, хеҙмәтенә, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡараған, бер-береһенә ярҙамға ашығырға әҙер торған шәфҡәт туташтары эшләй беҙҙә, – ти мөдир.


Аҡ ҡанатлы фәрештәләй...


...Район халҡына төплө белемле табип-педиатр булараҡ билдәле Эльвира Хәмит ҡыҙының был яуаплы вазифала эшләүенә бер йыл ғына әле, әммә ошо ваҡытта ул коллективының, район кешеләренең ихтирамын яулап та өлгөрҙө. Һөнәри өлкәлә гел үҫеш юлында, киң даирәле, тәжрибәле булыуы менән генә түгел, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә булыуы менән дә арбай ул пациенттарҙың күңелен.
Ул бәләкәстән буласаҡ һөнәрен билдәләп ҡуйған. Тыуып үҫкән Бикбулат ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәптә төплө белем алып, уҡыуын Мораҡ башҡорт гимназияһында дауам иткән. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған тырыш ҡыҙ гимназияны көмөш миҙалға тамамлаған һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға ингән. 2007 йылда уны уңышлы тамамлағас, Өфө ҡалаһында Сабыйҙар йортонда эшләп, һөнәре буйынса тәжрибә туплаған. Тыуған төбәгенә ҡайтҡас, уны ҡуш ҡуллап Мораҡ үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһына педиатр итеп эшкә ҡабул иткәндәр.
Үҙе лә өс бала әсәһе, тәүге алған һөнәре буйынса һәләтле балалар табибы булараҡ, Эльвира Хәмит ҡыҙы һаман да ата-әсәләрҙең яҡшы кәңәшсеһе, серҙәше булып ҡала. Ә квалификацияһын камиллаштырғандан һуң, яңы вазифа йөкмәтелгәс, ул үҙен һәләтле ойоштороусы, хәстәрлекле етәксе итеп күрһәтте. Әмәлгә ҡалғандай, заман афәте лә табиптар алдына яңы һынауҙар ҡуйҙы һәм ҡуйыуын дауам итә. Тормошҡа һәр саҡ оптимистик ҡарашта булған йоғошло ауырыуҙар бүлеге мөдиренең бар ышанысы – берҙәм һәм эшсән коллективы.
Эйе, былтырҙан бирле вируслы пнев­монияға ҡаршы көрәштең иң алғы һыҙығында торған дүрт гүзәл зат – шәфҡәт туташтары иңдәренә төшкән бурыстарҙы ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара. Һәр береһенең ғаиләһе, балалары бар, әммә яңы шарттарҙа уларға күберәк ваҡытын дауаханала үткәрергә, бар иғтибарын, көсөн төп эштәре – кеше­ләрҙе дауалауға, йыш ҡына үлем тоҙағынан йолоп алырға тырышыуға йүнәлтергә тура килә. Ауыр хәлдә эләккәндәр өсөн, ысынлап та, аҡ ҡанатлы фәрештәгә тиңдәр. Әммә улар ҙа тере кеше... Ғүмере бөтһә, әҙәм затының маңлайына яҙылған тәҡдирҙе аҡ халатлылар ҙа үҙгәртә алмайҙыр. Бындай үкенесле тойғолар ҙа, кешеләрҙән яуған ихлас рәхмәт һүҙҙәре лә, аҡтан-пак теләктәр ҙә, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп, ялыу яғырға тырышыусылар ҙа – бөтәһе лә яҡшы таныш бында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә. Тик ни генә булмаһын, кәйефтәре ҡырылып, зарланырға, тормош ваҡлыҡтарына бирелергә теләктәре лә, ваҡыттары ла юҡ, сөнки уларҙың бар белгәне – ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу, аяҡҡа баҫтырыу.


Йөҙөнән һис йылмайыу китмәгән Ләйсән Корнева – Бөрйән ҡыҙы. Аҡ халат кейеп, кешеләргә шәфҡәт нуры өләшеү хыялы менән янған ҡыҙ бәләкәйҙән ҡурсаҡтарына укол ҡаҙап-уйнап үҫә. Байназар урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Оло хеҙмәт юлын тыуған районы дауаханаһының педиатрия бүлегендә шәфҡәт туташы булараҡ башлай. Юлында Күгәрсен районы егете менән осрашҡас, артабанғы яҙмышын беҙҙең төбәк менән бәйләй. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләп, һөнәри яҡтан бай тәжрибә туплай. Бөркөттәй ике ул үҫтергән әсәнең, намыҫлы хеҙмәткәрҙең инфекция бүлегендә эшләүенә хәҙер ун йылдан ашыу ваҡыт уҙған.
– Пандемия осоро беҙгә ҙур һынау булды. Тәүге мәлдә яңы тәртипкә өйрәнеү ҡыйыныраҡ ине, әммә кеше бар ауырлыҡҡа ла күнә икән. Махсус кейемгә лә, көсөргәнешле шарттарҙа тыныслыҡ һаҡларға ла өйрәндек. Пациенттарға, айырыуса өлкән йәштәгеләргә ҡарата йылы ҡарашыңды ла йәлләмәҫкә, ҡайһы саҡта һалҡын ҡанлылыҡ та һаҡларға кәрәк. Һәр ҡайһыһын дауаларға, аяҡҡа баҫтырырға ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ, – ти Ләйсән Наил ҡыҙы.
Алсаҡлығы менән арбаған Фаягөл Аҡкилдина – был бүлектең, йәғни госпиталдең юғары категориялы шәфҡәт туташы. Ошо районда Нуҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 1999–2002 йылдарҙа Салауат ҡалаһының медицина училищеһында төплө белем алған, хеҙмәт юлын тыуған ерендә, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында инфекция бүлегендә башлаған. Тиҫтә йылдан ашыу уға хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы йөгөн тартып, һәр яҡлап бай тәжрибә туплаған. Ғөмүмән, аҡ халатлылар араһында шундай лаҡап бар: “Хирургия бүлегендә сынығыу мәктәбе үткәнһең икән, бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәйһең”. Ана шунда алған һөнәри оҫталығы, рухи яҡтан сынығыуы уға, 2014 йылдан йәнә инфекция бүлегендә эшен дауам иткән Фаягөл Юлай ҡыҙына, бигерәк тә хәҙер ҙур файҙаға ғына.
Көслө рухлы ҡатынға тормоштағы күңелһеҙ хәлдәрҙән дә фәһем алып, дөм-ҡара төндә лә ай яҡтыһын, һәр кешенең ыңғай яғын күрә белеү һәләте хас, шуға күрә лә үҙ эшенең оҫтаһын, аҡыллы ул һәм бер ҡыҙ үҫтереүсе өлгөлө әсәне коллегалары ла, яҡташтары ла ихтирам итә


Аҡ халатлыларға Хоҙай көс бирһен!


Өсөнсө шәфҡәт туташы – Күгәрсен районының Семиречье утарында тыуып үҫкән Олеся Йәһүҙина үтә бала йәнле булыуы менән айырылып тора. Ике йәшлек улым менән ҡаты ауырып, йоғошло ауырыу­ҙар бүлегендә дауаланған саҡта уның сабый­ҙарға ҡарата ифрат иғтибарлылығы күҙгә ташланмай ҡалманы. Ул – тәжрибәле белгес кенә түгел, үҙе лә өс бала үҫтергән изгелекле, хәстәрлекле әсә. Өлкән балалары икеһе лә БДУ-ның химик-технология факультетында белем ала, иң кесеһе икенсе класта ғына уҡый. Олеся Владимировна ла Салауат медицина училищеһында белем алған.
Тәүге хеҙмәт тәжрибәһен Мораҡ үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә туплаған. Бында һигеҙ йыл эшләп, 2009 йылдан бирле йоғошло ауырыуҙар бүлегендә үҙ һөнәрен намыҫлы башҡара. Пандемия осоронда өҫтәренә ишелгән ауыр йөктәрҙең ваҡытлы ғына икәнлегенә, ер йөҙөндә хатта сирҙәрҙең дә мәңгелек түгеллегенә ышанған оптимистик рухлы гүзәл зат ул.
Әйткәндәй, өс шәфҡәт туташының да мәктәп йәшендәге балалары бар. Әсәләре эштә саҡта, әлбиттә, бөтә яуаплылыҡ донъя терәге булған атайҙары елкәһенә төшә.
– Беҙҙең эш режимына улар ҙа өйрәнеп бөттө инде, – ти өсөһө лә үҙҙәренең ирҙәре хаҡында. – Ни ҡылаһың, башҡа юл юҡ. Ошо һөнәрҙе һайлағанбыҙ икән, көсөбөҙ еткәнсә хеҙмәтебеҙгә тоғро ҡалырға тырышабыҙ. Донъялар гел ҡатмарлы булып тормаҫ, тип ышанабыҙ.
Тынғыһыҙ йәнле, үҙ эшен ихлас башҡарған Гөлнара Әбйәлилеваны районда белмәгән кеше һирәктер. Төбәгебеҙгә эшһөйәр ул-ҡыҙҙар биргән йәмле Төпсән ауылынан ул. Санитар эшенең дә ауырлығын үҙ елкәһендә татып, шәфҡәт туташы һөнәренә эйә булғас, оло хеҙмәт юлын ошо уҡ дауаханала хирургия бүлегендә башлаған. Күптәргә “сынығыу мәктәбе” ролен үтәгән бүлектә 20 йыл эшләп, үҙен оло йөрәкле, кеселекле, тәжрибәле хеҙмәткәр итеп танытҡан. Ә был бүлектә эшләүенә хәҙер һигеҙ йыл булған.
– Эльвира Хәмит ҡыҙы кеүек кешелекле мөдир, йәш, дәртле, ифрат ярҙамсыл ҡыҙҙар булғанда, ваҡытлыса ауырлыҡтарға бирешеп тормаҫбыҙ инде, – ти Гөлнара Мөхәмәт ҡыҙы.
Санитар-эпидемиологик шарттарҙа йоғошло ауырыуҙар бүлегендә айырыуса таҙалыҡ, бөхтәлек талап ителеүе көн кеүек асыҡ. Шул йәһәттән Ләйсән Килсенбаева, Ирина Ярудова кеүек санитарҙарҙың да үҙ эшен белеп башҡарыуын билдәләге килә.
Йылдар дауамында тупланған тәжрибә­ләре, оҫталыҡтары менән генә түгел, миһыр­банлы күңелдәре, яҡты йөҙҙәре менән һүнеп барған күҙҙәрҙә лә өмөт утын тоҡанды­рыусылар, ауырыуҙарҙың йөрәктәрендә йәшәүгә, кешелеккә ышанысын арттырыусы улар – дәүер геройҙары. Әлеге ваҡытта тормош девиздары – “Ҡулдан килгәнсә дауаларға тырышырға, бының өсөн үҙ-үҙеңде аямаҫҡа, һынатмаҫҡа, һынмаҫҡа!” Шулай ҙа... Сабыйҙарҙы, туғандарыбыҙҙы, яҡындарҙы дауаханаға эләгеүҙән һаҡлаһын ине Хоҙай. Ә сирләгәндәр тиҙерәк аяҡҡа баҫһын! Батыр йөрәкле заман геройҙары – аҡ халатлыларға иһә артабан да аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшеү өсөн көс бирһен!


Күгәрсен районы.
Читайте нас