Геройҙар дәүере
6 Май 2021, 14:00

Радий Хәбиров: “Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә”

Республика Башлығы Советтар Союзы Геройы Лев Ефимович Маневичҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройы, хәрби разведчик, полковник Лев Ефимович Маневичҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.
– Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең сираттағы йыллығы алдынан беҙ ысын батыр, Ватаныбыҙҙың тоғро улын оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Лев Маневичтың исеме барыбыҙға ла яҡшы таныш. “Земля, до востребования” тигән фильм экрандарға сыҡҡанда беҙ малай ғына инек әле. Бөтәбеҙ ҙә Лев Маневичтың тормош юлы һәм ҡаһарманлығы менән ғорурландыҡ, һоҡландыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ысын разведчиктың, геройҙың яҙмышы Өфө менән тығыҙ бәйле булыуы беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле. Граждандар һуғышы осоронда советтарға ҡаршы ихтилал ҡупҡас, ошо 22 йәшлек егет баш күтәреүселәрҙе ҡоралын һалырға күндерергә тырыша. Улар егеттең һүҙен ихтирам итеп, уның үтенесен кире ҡаҡмай... Лев Маневичтың яҙмышы үҙенсәлекле һәм йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Бөгөн беҙ ҡаһармандарыбыҙ, уларҙың Тыуған ил хаҡына ҡылған батырлыҡтары тураһында йәнә бер тапҡыр хәтергә төшөрөү өсөн мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең республика идаралығы начальнигы Юрий Серышев Лев Маневичтың Һамар – Златоуст тимер юлының Өфө станцияһында хеҙмәт юлын башлауы, партия эше менән шөғөлләнеүе, ә 1924 йылда разведкаға китеүе тураһында һөйләне.
Тантанала Радий Хәбиров Рәсәйҙең дипломатик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле советнигы Ришат Халиҡовты оҙаҡ йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, һөҙөмтәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Республика Башлығы шулай уҡ былтыр Өфөнөң тимер юл вокзалы алдындағы майҙанда асылған “Фронтҡа киткән яҡташтарға” һәйкәленә сәскә һалды.
Радий Фәрит улы Лев Маневичты Өфө менән ниҙәр бәйләүе хаҡында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә бәйән итте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас