Геройҙар дәүере
7 Май 2021, 18:00

Хәтер уты һүнмәһен

Йәрмәкәй районынан Ынйы Шафиҡованың яҙмаһында - данлы яҡташтары Ғариф Шабаев, уның иҫтәлегенә асылған мемориал тураһында.

“1944 йылдың 25 авгусында хәрби әсирҙәрҙән торған йәшерен антифашистар ойошмаһы лидеры Муса Йәлил менән уның ун көрәштәше Берлиндың Плётцензее төрмәһендә гильотинала язалана. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Ғариф Хафиз улы Шабаев та була”, – тип яҙа Йәрмәкәй районынан Ынйы Шафиҡова. Уның яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн, 7 майҙа, Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында герой-антифашист хөрмәтенә мемориал асыу тантанаһы булды.
Ғариф Шабаев 1942 йылда ҡамауҙан сыҡҡан саҡта әсирлеккә эләгә. Лагерҙа М. Йәлил менән таныша һәм уның яҡын көрәштәше булып китә. “Иҙел-Урал” гәзите редакцияһы типографияһында эшләй. Фашистарға ҡаршы листовкалар баҫыуҙы ойоштора, М. Йәлилдең йәшерен төркөмө менән Берлиндағы хәрби әсирҙәрҙең йәшерен комитеты араһында бәйләнеш булдыра. 1943 йылда ҡулға алына һәм үлемгә хөкөм ителә.
Легендар яҡташына иҫтәлекле бюсты Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Раил Латипов үҙ аҡсаһына эшләтте. Раил Рәсим улы – социаль йүнәлешле эшҡыуар. Ул яҡташтарының ошо өлкәләге мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, үҫеп килгән быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә. 2015 йылда, мәҫәлән, сик һаҡсылары ғәскәрҙәре ветераны класташтары менән бергә ауыл клубы ихатаһына СССР һәм Рәсәй дәүләт гербтары төшөрөлгән сик буйы билдәһенең теүәл күсермәһен эшләтеп ҡуйҙы. Туған мәктәбенең уҡыу алдынғыларына исемле стипендия булдырҙы, белем усағына биш пар саңғы һатып алып бирҙе. “Мансаф” мәсетен төҙөгәндә лә ҙур ярҙам күрһәтте.
"Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ҡайнар иҫтәлек һәр ҡайһыбыҙҙың – сал сәсле ветерандан алып мәктәп балаларына тиклем – йөрәгендә һаҡлана. Еңеү көнө календарҙағы ғына түгел, ә һәр рәсәйленең күңелендәге байрам. Бөгөн был мемориалды асҡанда беҙҙең ниндәй геройҙарыбыҙ булғанын, уларҙың Ватаныбыҙ хаҡына ниндәй оло ҡаһарманлыҡ ҡылғанын тағы бер хәтергә төшөрәбеҙ", – тине район хакимиәте башлығы Илшат Райманов тантаналағы сығышында.
Иҫке Турай ауыл хакимиәте башлығы Илмира Әсғәт ҡыҙы әйткәненсә, мемориал ҡуйылған биләмәне күркәмләндереү, күренекле яҡташтарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эштәре киләсәктә лә дауам ителәсәк.
Ынйы Шафиҡова фотоһы.
Читайте нас