Бөгөн Йәрмәкәй районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) атлылар дивизияһы яугире, генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры Нағаев Мөғин Кәрим улының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған тантана үткәрелде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән райондың ошо ҡаһарман тыуып үҫкән Һыуыҡкүл ауылындағы урта мәктәпкә мемориал таҡта ҡуйыласаҡ, бындағы Дан аллеяһына Мөғин Нағаев исеме биреләсәк, Өфөләге 160-сы дөйөм белем биреү лицейына уның исеме ҡушыласаҡ, ул йәшәгән йортҡа ла мемориал таҡта беркетеләсәк, баш ҡалалағы “Гвардия” скверы “Мөғин Нағаев исмендәге гвардия скверы” тип үҙгәртеләсәк.
Ҡаһарман 1918 йылдың 4 ғинуарында тыуған. Мәктәптә яҡшы уҡыған һәм лидер сифаттары төҫмөрләнгән үҫмергә комсомол комитеты секретары вазифаһын ышанып тапшыралар. 1939 йылдан 1956 йылға саҡлы ул Ҡыҙыл Армия сафында була. 1942 йылдан 1945 йылға тиклем 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия Чернигов) дивизияһы составында һуғыша, танкыға ҡаршы батареяның взвод командиры була. Ғәжәп факт: Мөғин Нағаев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, ләкин һөҙөмтәлә Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары ала.
1956 йылдан һуң ул төрлө вазифаларҙа, ветеран ойошмаларында эшләй. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы, уҡыу йорттарындағы тағы бер нисә музей уның башланғысы менән ойошторола.