Геройҙар дәүере
8 Май 2021, 15:15

Илшат Тажетдинов Еңеү көнө алдынан олатаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов бөгөн “Инстаграм”да үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов бөгөн “Инстаграм”да үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
”Бөйөк Ватан һуғышы үҙенең утлы һулышы менән илебеҙҙәге ғәмәлдә һәр ғаиләне көйҙөрҙө”, – тип яҙа ул. – “Мәҫәлән, мин тыуып үҫкән Баймаҡ районынан 13 мең кеше фронтҡа киткән һәм уларҙың өстән бер өлөшө әйләнеп ҡайтмаған. 9 Май алдынан еңеүселәрҙе – олатайҙарҙы, атайҙарҙы һәм туған-тумасаны иҫкә алабыҙ.
Минең ғаиләмдең тарихы шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы менән тығыҙ бәйләнгән. 1942-1943 йылдарҙа Калуга яғында ҡан ҡойғос һуғыш бара. Бында хәҙерге Спас-Деменск районында 146-сы уҡсылар дивизияһы фашист илбаҫарҙары менән ҡаты алыша. Унда минең олатайым ҡыҙыл армеец Тажитдинов Әғзәм Ғөбәйҙулла улы ла ҡатнаша. 1943 йылдың 19 мартында, ҡаһармандарса алышып, ул Наум ауылы өсөн һуғышта һәләк була.
Мин олатай тураһындағы хәтирәләрҙә тәрбиәләндем. Әммә шулай килеп сыҡты – беҙ оҙаҡ йылдар уның ҡайҙа ерләнгәнен белмәнек. Ете йыл элек кенә, ентекле эҙләнеүҙәрҙән һуң, ул тәғәйен ерләнгән урында – Спас-Деменск мемориалында олатайҙы хөрмәтләп иҫкә алыуға ирештек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фотоһы һаҡланмаған.
Бөгөн тыуған ауылым Икенсе Этҡолда Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы айҡанлы тантаналы саралар, шул иҫәптән парад үткәрелеүе күңелгә йылы өҫтәне. Балалар һәм ололар бер сафта үтте, совет яугирҙәре кейемендә атлылар уҙҙы һәм хатта хәрби техника ла булды. Ҡустым Нур Азамат улы Тажетдинов төҙөкләндергән БРДМ-1 яңынан сафта. Бынан тыш, уның башланғысы менән, хәрби машина ауылдың үҙәк майҙанындағы постаментта урынлаштырыласаҡ. Уның оҙаҡ йылдар тантаналы парадта ҡатнашырына ышанам.
Шуны ла билдәләйһе килә: был тантаналы байрам сараларын бер нисә йыл инде Искужин Рим Ғәтиәт улы ойоштора, ул хеҙмәт юлын Баймаҡ районында йәштәрҙе призывҡа хәтлем әҙерләүгә бағышлаған. Уға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Үҙ еребеҙҙә йәшәү, балалар үҫтереү һәм туған телебеҙҙә һөйләшеү хоҡуғын яулап алған өсөн фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре алдында баш эйәбеҙ, улар мәңгелек иҫтәлеккә лайыҡ. Баш өҫтөндә күк йөҙө тыныс булһын, бәхет, изгелек һәм муллыҡ!"
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас