Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларға һәм янғын һүндереүселәргә дәүләт наградаһы тапшырғанда еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, уларҙы ысын геройҙар тип атаны. Ул әйткәнсә, тәжрибә, һөнәр оҫталығы һәм ҡаһарманлыҡ һәр ваҡыт тәрән ихтирам уята. Һанаулы минуттар эсендә ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр ярҙамға килеп етә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә оҫта эш итә. “ПОЛИЭФ”тағы аварияла, Сибай карьерында руда янғанда ла шулай булды.
Радий Хәбиров билдәләгәнсә, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр барыһынан элек иҫкәртеү, хәүефле күренештәрҙе алдан күрә белеү йүнәлешендә эш итә, заманса ҡорамалдарҙы һәм алдынғы технологияларҙы ҡуллана.
– Быйыл һеҙ ҡар өйөрмәләренә, һуңынан һыу баҫыуға ҡаршы көрәштегеҙ. Һыу ҡайтырға өлгөрмәне, артыҡ эҫелектән ҡоро үлән яна башланы, урман янғындары башланды. Бында ла ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы ышаныслы һаҡлайһығыҙ, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров республикала “Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” исемле яңы дәүләт наградаһы булдырылыуы хаҡында әйтте, бөгөн уның менән иң лайыҡлылар бүләкләнде. Шуларҙы береһе – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һыу аҫты йөҙөү белгесе, беренсе класлы ҡотҡарыусы Игорь Иванов. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыу урындарына һәм башҡа эштәр буйынса 10 мең тапҡырҙан күберәк барған. Уның иҫәбендә – йөҙҙәрсә ҡотҡарылған ғүмер.
Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отрадының беренсе класлы ҡотҡарыусыһы Юрий Туманов хәүефле авария урындарына 1500 тапҡыр сыҡҡан. Улар иҫәбендә – 2013 йылда Алыҫ Көнсығыштағы һыу баҫыу, Ижевскиҙа күп фатирлы йорт емерелеүе, Ырымбур – Орск трассаһын ҡар баҫыуы эҙемтәләрен бөтөрөү.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының хоҡуҡ һәм кадрҙар бүлеге етәксеһе Ирина Мөхәмәтйәнова ла республика етәксеһенә уларҙың хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт әйтте һәм Радий Хәбировтың Хоҡуҡ институтында нимәләргә өйрәтеүен иҫкә төшөрҙө.
– Һеҙ беҙҙе материалды ятларға ғына түгел, ә анализларға, уйларға һәм ғәҙәти булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәттегеҙ, ошондай энергиялы һәм харизматик уҡытыусыла насар уҡыу мөмкин дә түгел ине. Минең тәжрибәм һәм белемем күп файҙа килтерәсәк әле тип ышанам, – тине ул.
Наградлау тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы уға ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр менән йылы кабинетта түгел, ә ғәҙәтттән тыш хәл йәки янғын урындарында осрашырға тура килеүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Ул үтә ауыр хәл тыуған Сибай ҡалаһын да иҫкә алды.
– 60 мең кеше йәшәгән ҡала халҡы арығайны, ҡурҡа ине, ләкин беҙгә киҫкен ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Беҙ һеҙҙең менән бөтә проблемаларҙы ла хәл итәбеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙгә һәм белдекле кешеләр эшләгән ойошмағыҙға шәхсән баш эйәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, өйҙә һеҙҙе ғаиләләрегеҙ көтә, – тине Радий Хәбиров.