Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейын асыу - Башҡортостан ғына түгел, ә бар Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға. Был турала Рус география йәмғиәтенең башҡарма директоры урынбаҫары – йәмғиәттең төбәк үҫеше департаменты директоры Сергей Корлыханов белдерҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 20 майҙан беҙҙең ил Арктика советында рәйеслекте ҡабул итте.
"Ошондай интерактив музей асыу, әлбиттә, оло ваҡиға. Бында йолалар, тарих, йәштәрҙе тәрбиәләү ысулдары берләштерелгән. Ил өсөн мөһим сараның Өфөлә үтеүе бик яҡшы", – тине ул. Әйткәндәй, Сергей Корлыханов та - беҙҙең яҡташыбыҙ.
Уның фекеренсә, Валериан Альбанов исеме Арктиканы беренсе булып асҡан кешеләрҙеке менән бер рәттә тора. Полярсылар боҙ класлы суднолар, навигация приборҙары булмауға ҡарап тормай, өйрәнелмәгән ерҙәргә сығырға ҡыйыулыҡ тапҡан.
"Улар бының менән аҡса эшләй алмаған, ғүмерҙәрен хәүефкә ҡуйған. Тик яңы биләмәләр асырға хыялланғандар. Һәм әле бөтә донъяға таныулы ҙур Арктика тап шул кешеләрҙең ҡыйыулығы арҡаһында ғына билдәле булып китте. Ул һаман да - өйрәнеү өсөн бик ауыр биләмә. Рус география йәмғиәте йылына 300-гә тиклем экспедиция үткәрә, әммә шуларҙың бер нисәһе генә Арктикаға тура килә. Уларға әҙерләнеү генә лә күпмелер ай ваҡытты ала. Ә бит беҙгә бөгөн был эштә хәрби-диңгеҙ флоты судноларында хәрбиҙәр ярҙам итә. Элек иһә шлюпка һәм хәүефле суднолар ғына булған. Әммә полярсыларыбыҙ был эштең ил өсөн оло әһәмиәтен аңлаған", – тине Сергей Корлыханов.
Яҡташыбыҙ фекеренсә, Арктика – илебеҙҙең милли ҡаҙанышы, Өфөлә полярсылар музейын асыу Башҡортостанды Арктикаға яҡынайтты.