Геройҙар дәүере
26 Май 2021, 14:15

"Тулҡынланыуҙан ҡулдар ҡалтырай"

Рәсәй Геройы Николай Гаврилов бөгөн Өфөлә асылған полярсылар музейына бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостанда бик мөһим, бөтә яҡлап та әһәмиәтле сара булды: Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярсылар музейы асылды.
Был сараға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны. Араларында хәрби летчик, Рәсәй Геройы, 2010 йылда Франц-Иосиф еренә Альбанов эҙҙәре буйлап ойошторолған экспедиция етәкселәренең береһе Николай Гаврилов та бар ине. Уның фекеренсә, Валериан Альбанов кеүек шәхестәрҙең тормош юлы үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булырға тейеш: ошо йәһәттән Өфөлә полярсыларға арналған музейҙың асылыуы үтә мөһим.
"Бында ҡуйылған экспозицияларҙы, артефакттарҙы тотоп ҡарағанда тулҡынланыуҙан ҡулдар ҡалтырап китә, - тине Николай Гаврилов. - Мин Альбанов экспедицияһынан ҡалған көрөшкәне тотоп ҡараным, ныҡ тулҡынландым, сөнки ул берҙән-бер. Бында киләсәк йәштәр, балалар төньяҡ ерҙәрен үҙләштереүҙең нисек булғанын яҡшы күҙ алдына килтерәсәк. Мин экспедиция көндәлектәрен уҡыным, унда барлыҡ ваҡиғалар аныҡ һүрәтләнә. Был кешеләр ысын мәғәнәһендә герой булған".
Генерал-лейтенант үҙе лә - легендар кеше. Ул карьераһы осоронда өс меңдән ашыу хәрби осош башҡарған. 1979 йылда беренсе тапҡыр Афғанстанға ебәрелә, унда һигеҙ йыл була. 1999 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте авиацияһында хеҙмәт үтә, “Альфа” һәм “Вымпел” террорға ҡаршы төркөмдәр эшен тәьмин итә, 14 тапҡыр ил Президенты менән ҡыҙыу нөктәләргә сыға. Карьераһындағы иң мөһим ваҡиға: Антарктиданы үҙләштереү тарихында беренсе тапҡыр ул вертолетын Көньяҡ полюсҡа ултырта.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас