Геройҙар дәүере
11 Июнь 2021, 09:30

Миләүшә МОРТАЗИНА: “Һәр бер бүләкләнеүсе өсөн ҡыуанып ултырҙым”

Бөгөн баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы.

Бөгөн баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы.
Республикала тәүгә тапшырылған был миҙал көмөштән эшләнгән. Уның йөҙөндә ҡурай сәскәһен ҡосҡан ҡулдар һынландырылған. Уң яғына башаҡ, һул яғына тешле тәгәрмәс ҡуйылған, улар таҫмалар менән уратып алынған. Өҫтөндә - “Башҡортостан Республикаһы”, аҫтында “Хеҙмәт даны” тип яҙылған. Миҙалдың икенсе яғында баҫыу һүрәтләнгән.
Тантаналы сараны асып, Радий Хәбиров был көндөң тарихи булыуын билдәләне.
- Профсоюздар йорто алдындағы майҙан бөгөнгө тантана өсөн юҡҡа һайланманы. Профсоюздар тәү сиратта хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Был наградаларҙы 12 июнь – Рәсәй көнө алдынан биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Өсөнсөнән, был майҙанда бөйөк Мостай Кәримдең һәйкәле тора. Ул - Социалистик хеҙмәт Геройы, үҙ иленең ысын улы һәм тыуған ерен данлаған бөйөк шәхес. Бөгөн был майҙанға төрлө һөнәр эйәләре саҡырылды. Һеҙҙең барығыҙ ҙа республиканың именлеге өсөн үҙ өлөшөн индергән шәхестәр.
Тәүләп миҙалды бүләкләнеүселәр араһынан кемгә бирергә тигән һүҙ сыҡҡас, был мотлаҡ Миләүшә Мортазина булырға тейеш тигән уртаҡ фекергә килдек. Башҡортостан сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән оло шәхес 15 июндә үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы миҙалдарҙы Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры уйнаған тантаналы көй оҙатыуында тапшырҙы. Ысынлап та, миҙалды төрлө һөнәр эйәләренең алыуы иғтибарға лайыҡ. Бүләкләнеүселәр араһында табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре, ғалимдар булыуы ҡыуандыра. Был хаҡта Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены лауреаты, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден эйәһе Миләүшә Мортазина ла әйтеп үтте.
- Бик тулҡынландырғыс көн. Минең генә түгел, ошо майҙанда йыйылған бөтә һөнәр эйәләренең дә хеҙмәтенә юғары баһа бирелде бөгөн. Был - бик ҙур мәртәбә. Радий Хәбиров миҙалды тапшырған ваҡытта күҙ алдымдан барлыҡ хеҙмәт юлым кинотаҫма һымаҡ йүгереп үтте. Ғүмеремде опера йырсыларын әҙерләүгә бағышланым. Уҡыусыларымдың уңышына шатланам. Ә бөгөн тантананы алып барыусылар атаған һәр бер бүләкләнеүсе өсөн ҡыуанып ултырҙым. Улар араһында уҡытыусылар, мал ҡараусылар, ялан батырҙары, табиптар булыуын ишетеп, күҙемә йәштәр эркелде, - тип барыһы өсөн дә шатланыуын йәшермәне Миләүшә Мортазина.
Күптән түгел Шаран районына барғанда "Фәйзуллин" крәҫтиән (фермер) хужалығының эшен яҡтыртҡайныҡ. Тап шунда Валерий Андреев менән таныштыҡ. Бөгөн ҡотланыусылар араһында оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән тракторсының да булыуы һөйөндөрҙө.
- Бөгөн бик шатлыҡлы көн. Әлеге тантананың минең тыуған көнөмә тура килеүе айырыуса ҙур шатлыҡ. 1981 йылдан ошо хужалыҡта эшләнем, уның яңырыу осорон кисереүенә ҡыуанам. Сәсеү эштәрен уңышлы тамамланыҡ. Ике мең гектарҙа ярауай культуралар сәстек. Ужым культуралары беҙҙә һәйбәт ҡышланы. Ҡар күп булыуы яҙғы ҡоролоҡтан да һаҡлап ҡалды. Бесән сабыуға төштөк, сенаж һала башланыҡ. “Белорусь” МТЗ-80, ДТ-75 бульдозерында эшләйем, - тип үҙе тураһында һөйләне Валерий Андреев.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас