Баш ҡалабыҙҙа “Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” документаль фильмының премьераһы булды. Фильм Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты аҡсаһына һәм республиканың рәсми һәм ябай кешеләре ярҙамында төшөрөлдө. Кешеләрҙең тылдағы хеҙмәте, тормошо һәм яҙмышына арналған картина хис-тойғоларҙы ҡуҙғатырлыҡ, фәһемле булыуы менән иҫтә ҡаласаҡ.
Былтыр Владимир Путин үҙенең Указы менән Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы” статусын бирҙе. Ошо ваҡиға фильм төшөрөүгә этәргес булды ла инде. Премьеранан һуң кинофильмды тамашасылар бушлай ҡарай аласаҡ.
"Фильм мине ихласлығы, эскерһеҙлеге менән тулҡынландырҙы, бала саҡ хәтирәләрен ҡуҙғытты. Унда профессиональ актерҙар уйнамаһа ла, картина авторҙары ул йылдарҙың һулышын бирә, кешеләрҙең хеҙмәт батырлығын күрһәтә алған.
Мин 1947 йылда тыуғанмын, һуғыштан һуңғы йылдарҙы, нисек ауыр булғанын һәм тормоштоң нисек яйға һалыныуын хәтерләйем. Атайым – фронтовик, бөтә һуғышты үтеп, уны Кенигсбергта тамамлаған. Әсәйем тылда эшләне, яу осоронда фронт өсөн кейем текте. Фильмда беҙҙең Өфө нефть институты тураһында ла әйтелә, ул Мәскәүҙән эвакуацияланған юғары уҡыу йорто нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тарихы менән минең ғаиләмдең дә тарихы бәйле, шуға күрә күңелгә бик яҡын. Фильмды ҡарағандан һуң уның авторҙарына “һеҙ профессионалдар атҡара алмаҫлыҡ эште башҡарғанһығыҙ” тип әйттем. Уларҙың ваҡ ҡына деталдәргә лә ҙур иғтибар биргәне күренеп тора. Фильмды студенттарға, уҡыусыларға күрһәтергә кәрәк, улар тылда Бөйөк Еңеүҙең нисек сүкелгәнен белһен", - тине Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Өфө дәүләт нефть техник университеты президенты Айрат Шаммазов.
Уның әйтеүенсә, Өфө ҡалаһы күптән “Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы” статусын алыуға лайыҡ ине. ”Берҙәм Рәсәй” партияһы йәмәғәт ойошмалары менән берлектә ошо маҡтаулы исемде алыу өсөн күп эш башҡарҙы. Бай архив материалдары тупланды. “Документтарҙы награда алыуға тапшырғанда, беҙгә “Өфө - материалдарын статистика, архив мәғлүмәттәре менән нығытҡан берҙән-бер ҡала” тип белдерҙеләр. Меңәрләгән кеше Башҡортостанға илебеҙҙең көнбайышынан эвакуацияланған. Тиҫтәләгән предприятие беҙҙә эшен тергеҙгән. Өфөлә ырамлы үҫешкән нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү тармаҡтары Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе”, - тине Айрат Шаммазов.