Стәрлетамаҡта махсус тәғәйенләнештәге авиация отряды штурманы, өсөнсө класлы летчик, өлкән лейтенант Рәмил Сөләймәнов менән бәхилләштеләр.
Хәбәр итеүебеҙсә, 27 йәшлек пилот Ленинград өлкәһендә Ми-8 хәрби вертолеты күнекмә осошо яһағанда һәләкәткә тарый. Экипаждың өс ағзаһы вертолет тораҡ пункттарға ҡоламаһын өсөн уны кешеһеҙ урынға төшөрөүгә өлгәшә, әммә үҙҙәре һәләк була. Уларҙың береһе - Башҡортостандан, Стәрлетамаҡ егете. Рәмил Сөләймәнов ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлап, Краснодарҙағы авиация училищеһына летчик-истребитель һөнәре буйынса уҡырға инә. Ике йыл Воронежда уҡый һәм Сызрандә хәрби академияла белем алыуҙы дауам итә. Росгвардияла дүрт йыл эшләй.
"Бәхилләшергә килгән туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре тарафынан ҡыйыу егеткә ҡарата күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Экипаж ағзалары менән бергә Рәмил ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән: үҙ ғүмерҙәрен аямай, улар вертолетты тораҡ йорттар өҫтөнә төшөүҙән аралаған", тип яҙалар ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та һәләк булған егеттең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе.