

Бөгөн республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы Александр Сидякин “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы ҡуйыласаҡ майҙансыҡта булды.
Баш ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, республика Башлығы ярҙамсыһы Ольга Сарапулова менән бергә ул проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Мәғлүм булыуынса, былтыр 2 июлдә ил Президенты Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башланғысын хуплап, Рәсәйҙең 20 ҡалаһына, шул иҫәптән Өфөгә лә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Федераль ҡануниәткә ярашлы, ошо исемгә лайыҡ булған ҡалала уның гербы һәм указ тексы һүрәтләнгән стела ҡуйыла. 2020 йылдың 30 июненән 17 сентябренә тиклем “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе, Өфө хакимиәте сайттарында һәм социаль селтәрҙә стеланы ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү ойошторолдо. 17 меңдән ашыу кеше үҙ фекерен белдерҙе. Уларҙың күпселеге Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙәге майҙансыҡты һайланы.
Фекер алышыу барышында Ольга Сарапулова белдереүенсә, стеланы проектлау - быйыл, ә уны ҡуйыу буйынса эш киләһе йыл башлана. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин был мөһим архитектура объектын төҙөүҙә сифатлы материалдар файҙаланыу зарурлығын билдәләне.
"Илебеҙҙә кешеләргә бала саҡтан яҡшы таныш герой-ҡалалар бар. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үткәргән, совет армияһы Еңеү өсөн көрәшкән плацдармға әүерелгән. Шул уҡ ваҡытта ғәскәрҙәребеҙҙе кәрәкле ресурстар менән тәьмин итеп, илебеҙҙе дошмандан азат итеүгә ҙур өлөш индергән ҡалалар ҙа бар. Улар иҫәбенә, һис шикһеҙ, Өфө лә инә, – тине Александр Сидякин. – Шуға күрә беҙ ил Президенты Владимир Путиндың республиканың баш ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһындағы “Берҙәм Рәсәй” башланғысын хуплауына бик шатбыҙ. Ә Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә ҡуйыласаҡ яңы стела ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тағы ла бер мөһим объект буласаҡ. Ошо проектҡа батараф ҡалмаған кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт".
Фото: glavarb.ru/rus/ press_serv/novosti/143540.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/