Геройҙар дәүере
25 Июль 2021, 11:30

Артемдың шифалы ҡулдары һауығырға ярҙам итә

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Артем Тайганов тураһында БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә үҙенең "Яҡшы кешеләр тормошо" рубрикаһында яҙҙы.

Артемдың шифалы ҡулдары һауығырға ярҙам итәАртемдың шифалы ҡулдары һауығырға ярҙам итә
Артемдың шифалы ҡулдары һауығырға ярҙам итә

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Артем Тайганов тураһында БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә үҙенең "Яҡшы кешеләр тормошо" рубрикаһында яҙҙы.

Артем Тайганов 2016 йылдан Нефтекама ҡалаһының Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгендә массажсы булып эшләй. Уның шифалы ҡулдары аша йөҙләгән бала үткән, һаулығын нығытҡан.

Артемға 8 йәш тулғанда ул йәрәхәтләнә. Шул арҡала күреү һәләте сикле. Бындай тормош һынауынан һуң көслөләр генә артабан йәшәргә, үҫешергә, белем алырға ынтыла. Был егет иһә үҙен-үҙе еңә, башҡаларға өлгө булып тора. Ошо ауыр һынау йылдарын үтергә уға яҡындары, туғандары ярҙам итә.

13 йәштән Артем Өфөләге 20-се спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Еңел атлетика буйынса иң көслө спортсылар иҫәбенә инә. 40-тан ашыу илдә була. Донъя һәм Европа чемпионаттарында уңышлы сығыш яһай. 2008 йылда иһә Пекинда үткән Паралимпия уйындарында ҡатнаша. Артем Сергеевичтың иҫәбендә 42 миҙал, бихисап диплом һәм грамота, рәхмәт хаттары бар. Эшкә урынлашып, хеҙмәт юлын башлағас та, Артем күнекмәләрҙе ташламай, үҙен ҡарай һәм башҡаларға ярҙам итә.

Көс һәм уңыштар теләйем, Артем Сергеевич. Рәхмәт!

 

#ЖЗЛ_Башкортостан

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall413272232_657675

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас