Геройҙар дәүере
30 Июль 2021, 11:30

Һеҙ - Ватаныбыҙҙың ышаныслы ҡалҡаны!

Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны бәйләнеше” һәйкәле асылды.

Һеҙ - Ватаныбыҙҙың ышаныслы ҡалҡаны!Һеҙ - Ватаныбыҙҙың ышаныслы ҡалҡаны!
Һеҙ - Ватаныбыҙҙың ышаныслы ҡалҡаны!

Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны бәйләнеше” һәйкәле асылды. Уны тантаналы асыуҙа республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Рәсәй Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты, Рәсәй Геройы генерал-майор Владимир Шаманов, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа рәсми кешеләр, бүтән саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Митинг Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән башланды.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотланы, эштәрендә уңыштар теләне.

"Һауа-десант ғәскәре – һәр ваҡыт алдынғы һыҙыҡта, уларға гелән мөһим һәм ауыр бурыстар йөкмәтелә. Төп һыҙаттары - хеҙмәт сифаты, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, – тине Александр Геннадьевич. – Һәр төрлө операцияларҙа зәңгәр беретлы хәрбиҙәр гел алғы сафта. Төҙөлгәндән алып һауа-десант ғәскәрҙәре һәр ваҡыт иң мөһим хәрби операцияларҙа ҡатнашты. Халхин-голда япондарҙы ҡыйратыу, совет-фин яуы, Бөйөк Ватан һуғышы, Көнсығыш Европа, Афғанстан, Абхазиялағы бәрелештәр - шуға асыҡ миҫал. 1994 - 1996 йылдарҙа, 1999 йылда, 2004 йылда һауа-десант ғәскәрҙәренең бөтә подразделениелары ла Төньяҡ Кавказдағы террорлыҡҡа ҡаршы операцияларҙың уртаһында ҡатнаны. 89 десантсы Рәсәй Геройы исемен йөрөтә. Улар араһында Башҡортостан егеттәренең дә булыуы айырыуса ғорурлыҡ. Мәҫәлән, генерал-майор Сергей Тулин, гвардия майоры Александр Достовалов һәм гвардия сержанты Артур Ҡорбанғәлиев тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтте".

Александр Сидякин билдәләүенсә, һәйкәлдең “Десантсылар быуыны бәйләнеше” тип аталыуы осраҡлы түгел. Быуын һүҙе күпте һөйләй. Һауа-десант ғәскәрҙәре һәр ваҡыт ныҡлы традициялары менән дан тотто, оло хөрмәт ҡаҙанды. Уларҙың исеме илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә киң билдәле, абруйлы. Әлеге һәйкәл – үткән быуынға, һауа-десант ғәскәрҙәренең батырлығына, ҡаһарманлығына ҙур ихтирам билдәһе.

"Барығыҙҙы ла 2 августа билдәләнәсәк һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлайым, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем", – тине сығышында Александр Сидякин.   

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Геройы генерал-полковник Владимир Шаманов һөйләүенсә, һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 91 йыл тулыуға бәйле тотош илебеҙҙә төрлө саралар үтә, шул иҫәптән Өфөлә һәйкәл асылды.

"Иртәгә Мәскәү янында Патриот паркында һауа-десант ғәскәрҙәренә арналған байрам үтәсәк, уны илебеҙҙең Оборона министрлығы ойоштора, – тине Владимир Шаманов. – Шул иғтибарға лайыҡ, Өфөләге сара иң мөһимдәрҙән һанала. Беҙ был мемориалды асыуға оҙайлы ваҡыт әҙерләндек. Һәйкәлде булдырыу өсөн күп көс түккән башҡарма һәм закондар сығарыу властары вәкилдәренең барыһына ла рәхмәтемде еткерәм. Улар – Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Десантсылар бүлексәһе, Хәрби туғанлыҡ һәм башҡа ветерандар ойошмалары. Июндә легендар Брест ҡәлғәһендә Геройҙар вахтаһы тигән сара уҙғарҙыҡ. Билдәле булыуынса, бынан 80 йыл элек тап шунда һуғыш башланған. Әлеге сарала беҙ фашистар килтергән яуызлыҡты, мәхшәрҙе тағы ла бер тапҡыр күҙҙән һәм күңелдән үткәрҙек.

Владимир Шаманов, тарихты оноторға тейеш түгелбеҙ, тип билдәләне. Ошондай саралар үткәреп кенә илһөйәрлек нигеҙҙәрен нығыта алабыҙ.

Генерал-полковник Владимир Шаманов Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинды илһөйәрлек өлгөһө итеп килтерҙе.

"Дингә һәм дәүләт власына хеҙмәт иткән Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндан беҙ күп нәмәгә өйрәнергә тейеш, – тине Владимир Анатольевич. – Шулай уҡ төрлө милләт хәрбиҙәрҙәренә рәхмәтемде еткерәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сығышы менән Өфөнән булған генерал-майор, Рәсәй Геройы Сергей Тулин был сарала ҡатнаша алманы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ла ҙур рәхмәт. Һүҙ ҙә юҡ, Радий Фәрит улы күңеле менән беҙҙең арала. Бында балаларҙың һәм ейәндәребеҙҙең булыуы илебеҙҙең көсөн, халыҡтарҙың берҙәмлеген күрһәтә лә инде". 

Владимир Шаманов десантсыларҙың пьедесталға ҡуйылған 345-се һанлы ҡеүәтле хәрби машинаһы тураһында ғорурланып һөйләне.

Рәсәй Геройы Михаил Калашниковтың ҡатыны Фәйрүзә Үзбәк ҡыҙы һәйкәлдең уникаллеген билдәләне, үҙенең ҡайһы бер хәтирәләре менән бүлеште. Фәйрүзә ханым һөйләүенсә, Михаил Тимофеевич Башҡортостанды яратҡан, Өфөлә бер нисә тапҡыр булған, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында икәүләшеп ял иткән ваҡытта Еңеү паркына ла килгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы яугире булараҡ, Михаил Калашников һәйкәлдәргә оло хөрмәт менән ҡараған.

"Әлеге һәйкәлдә һалдаттың Михаил Калашников эшләгән автоматты тотоп баҫып тороуы символик мәғәнәгә эйә, – тине Фәйрүзә Үзбәк ҡыҙы. – Михаил Тимофеевич, ватаныма ҙур мираҫ итеп ҡорал ҡалдырам, тип гел әйтер ине".

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин йыйылған халыҡҡа кәңәш-нәсихәттәр еткереп, милләт-ара татыулыҡҡа саҡырып, һәйкәл янында доға ҡылды, “Александр Невский” православие хәрби-патриотик клубы етәксеһе протоиерей Виктор Иванов та сауаплы эшкә үҙ фатихаһын бирҙе.

Һауа-десант ғәскәрҙәре подполковнигы Рифат Хужағәлиев киләсәк быуынға мөрәжәғәт уҡыны, унан өс Ваҡыт капсулаһы 2055 йылға хәтлем тейешле урынына бикләнелде, ә асҡысы республикабыҙҙың Хәрби Дан музейына тапшырылды.

“Десантсылар быуыны бәйләнеше” һәйкәлен асыу тантанаһы Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән тамамланды.

Белешмә.

“Десантсылар быуыны бәйләнеше” арт-объекты Өфөнөң “Еңеү паркы” мемориаль комплексында урынлашҡан. Монументта десантсыларҙың дүрт образы һүрәтләнгән: 1930 йылда донъяла беренсе хәрби парашютсы булған Ҡыҙыл Армия һалдаты, Бөйөк Ватан һуғышында фашисты еңгән хәрби, Советтар Союзы осорондағы яугир-интернационалист һәм бөгөнгө һалдат – десантсы. Бында төп фигура – 2021 йылғы малай. Ул ата-бабабыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәк, данына тап төшөрмәйәсәк, иле алдында ҡалҡан булып торасаҡ. Арт-объекттағы композицияны десантсының “БМД-3” маркалы хәрби машинаһы тулыландыра. Ҡеүәтле техника төрлө йылдарҙа Ҡораллы көстәргә тоғро хеҙмәт иткән, ә 2021 йылда Өфө ҡалаһы ҡарамағына тапшырылған.

Һәйкәлдең оҙонлоғо – 13 метр. Проект авторы – Рифат Хужағәлиев, скульптура композицияһының авторы – Артем Зеленин.   

“Десантсылар быуыны бәйләнеше” арт-объекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Владимир Шаманов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм башҡаларҙың ярҙамы менән төҙөлгән.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас