Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Август 2021, 21:30

Әгәр Илмир ярҙам итмәһә...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре, үҙенең һөнәри әҙерлеген оҫта ҡулланып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған.

@mchsr
Фото:@mchsr

Кисә Стәрлетамаҡ – Раевка автомобиль юлының 16-сы саҡрымында авария булған: “Лада Гранта” автомобиле түңкәрелгән. Нәҡ шул мәлдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәре, эске хеҙмәт прапорщигы Илмир Йәнекәев үҙе хеҙмәт иткән Салауат ҡалаһындағы 36-сы янғын һүндереү часына китеп барған булған. Аварияны күргәс, күп уйлап тормай, ярҙамға ашыҡҡан.

Еңел автомобиль эсендә өс кеше булған. Водитель һәм алда ултырған пассажир әле үҙ аңында, ти. Илмир Камил улы уларға сығырға ярҙамлашҡан. Артта ултырған ҡатын ауыр йәрәхәт алған, егет уны сығарып, хәүефһеҙ урынға алып барған.

Ҡотоҡарыусы, автомобилдә ҡырҡыу еҫ сыҡҡанын тойоп, уның газ менән эшләүен аңлаған һәм ут тоҡаныуға юл ҡуймау маҡсатында, багаж бүлеген асып, баллон редукторын тиҙ генә яба һалған.

Һуңынан ул “112” телелофы аша медицина хеҙмәткәрҙәрен, юл инспекторҙарын саҡырған, ауыр йәрәхәт алған ҡатынға беренсе ярҙам күрһәткән. Махсус хеҙмәттәрҙе көтөп алғас ҡына артабан юлын дауам иткән. Шулай итеп, Илмир Йәнекәев, үҙенең һөнәри әҙерлеген оҫта ҡулланып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: