Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Август 2021, 23:00

Ҡыҙ тыуған ере өсөн борсола

"Мин улар килгәнгә шул тиклем ҡыуандым, әммә хәлдең бик етди булыуын аңламағанмын..."

Ҡыҙ тыуған ере өсөн борсола
Ҡыҙ тыуған ере өсөн борсола

Ирекмәндәр араһында урман янғындары башланыуының беренсе көндәрен әсенеп иҫкә алғандар бар.

– Тыуған районыма бәлә килеүен ишеткәс, барлыҡ эштәремде икенсе планға күсерҙем. Районға тәүге көндәрҙә үк Өфөнән һәм Күмертауҙан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килде. Мин улар килгәнгә шул тиклем ҡыуандым, әммә хәлдең бик етди булыуын аңламағанмын. Әхирәтемдең барып ҡарауын, белешеүен үтендем, бәлки, ярҙам кәрәктер, тип.

Ярҙамым Аҡташ ауылында башланды. Шул тирәләге утты һүндерешеүҙә ҡатнаштым. Икенсе көндө Ғәлиәхмәткә ирекмәндәргә ашарға алып барҙым. Ирҙәр элекке Биштирәк ауылы эргәһендә янғынға ҡаршы көрәшә ине.

Районға ярҙам ниәте менән ирекмәндәрҙең һаман да килеп тороуы ҡыуандыра. Янғын һүндереү рюкзактары, ауыр техника бүленде... Өфөнән егеттәр беҙҙең районға ярҙамға ранецтар алып бирергә ҡарар итте. Миңә өсәү биреүҙәрен һораным, иптәштәремә таратырмын, тип.

Өсөнсө көндө ғүмер буйы онотмаясаҡмын. Аҡъяр район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре төркөмө менән Ураҙбай ауылы яғына ут һүндереүгә юлландыҡ. Ул саҡта Шайтантау заказнигын һаҡлауҙа ярҙам итергә барғанымды белмәй инем... Ураҙбай ауылында оператив штаб булдырҙылар, барлыҡ республиканан ярҙам килде. Янғын райондың флора һәм фаунаһына ҙур зыян килтерҙе – хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына. Тыуған еребеҙҙең артабан үртәлеүенә юл ҡуймаясағыбыҙға ышанам, – тип тәьҫораттарын уртаҡлашты Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Любовь Валявина.  

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы авторы: Юлиә Баҡтыбаева.      

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: