Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Август 2021, 11:00

Ураҙбай ҡыҙҙарының ярҙамы тос

Хәйбулла районының Ураҙбай ауылынан Рәзилә Ямалетдинова менән Әлфиә Абдуллина янғын һүндереүселәр өсөн көн дә таң һарыһынан ҡаҙанда аш әҙерләй башлай.

Ураҙбай ҡыҙҙарының ярҙамы тос
Ураҙбай ҡыҙҙарының ярҙамы тос

Хәйбулла районының Ураҙбай ауылынан Рәзилә Ямалетдинова менән Әлфиә Абдуллина янғын һүндереүселәр өсөн көн дә таң һарыһынан ҡаҙанда аш әҙерләй башлай.  

Бөтәһе лә тәртипкә һалынған. Аҙыҡты кәрәкле урындарға транспорт менән ташыйҙар. Үтеүе ҡыйын булған урындарға ла аш ваҡытында килеп етә, сөнки, юл насар икән, йәйәүләп алып китәләр. Эргә-тирәлә эшләгән барлыҡ ирекмәндәрҙе табып, ашатырға тырышалар.

Аҡъюл ауыл биләмәһендә ут ҡотора башлағас, бөтә көстәр Ураҙбайҙа тупланды. Унда техниканы, оператив хеҙмәттәрҙе, урындағы халыҡты һәм ирекмәндәрҙе йыйып, уларға идара итеүсе оператив штаб эшләй.

Ауылдағы ихаталарҙан көндөҙ ҙә, төнөн дә кеше өҙөлмәй. Урамда техника теҙелгән, аҙыҡ-түлек алып киләләр, ирекмәндәр һәм янғын һүндереүселәр минут һайын килеп-китеп тора. Барыһы ла – тыуған ерҙе бәләнән ҡотҡарыу хаҡына.

 

Әлфиә Абдуллина, Ураҙбай ауылынан:

– Беҙ улай уҡ ҙур штаб булыр тип уйламаныҡ. Тәүҙә утты һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы урындарҙа ашаттыҡ. Күршем Рәзилә Ямалетдинова менән ярҙам итергә кәрәк тип ҡарар иттек: бер ҡаҙанда сәй ҡайнаттыҡ, икенсеһендә аш бешерҙек. Беҙҙең эш шулай башланып китте. Ауыл биләмәһе хакимиәте туплаған йәштәр ризыҡты урындарға алып бара, ә беҙ бында әҙерләйбеҙ, шулай уңайлы. Инде бер аҙна штабта әҙерләйбеҙ. Тәүге көндәрҙә 100 кешегә бешерһәк, әле тағы ла арттылар, сөнки көн һайын ярҙамға яңы кешеләр килә. Ҡыҙҙар менән татыу эшләйбеҙ, ни тиһәң дә, был – беҙҙең уртаҡ хәстәр. Ҡаҙандарыбыҙ буш тормай, һәр ваҡыт тәмле аш менән тулы.  

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы авторы: Юлиә Баҡтыбаева.     

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: