Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Август 2021, 17:00

Күршеләр ҙә ярҙамға килгән

“Бөгөн мин бында, сөнки балаларым һәм ейәндәрем киләсәктә был матурлыҡты күрергә тейеш”.

Күршеләр ҙә ярҙамға килгән
Күршеләр ҙә ярҙамға килгән

Әбйәлил районының тәбиғәте иҫ киткес матур, хатта төтөн ҡосағында ла үҙенең хозурлығын юғалтмаған, тип уртаҡлашты Магнитогорск ҡалаһынан килгән ирекмәндәрҙең береһе. “Бөгөн мин бында, сөнки балаларым һәм ейәндәрем киләсәктә был матурлыҡты күрергә тейеш”, – тип белдерҙе ул.

 

Ҡырты тауы һәм Яманҡая һырттары, тарлауыҡ йылға менән бүленгән. Ҡороүҙәк исеме бөгөн ысынбарлыҡҡа тап килә, сөнки эҫе, ҡоро көндәр йылғаның таш аҫтына китеүенә булышлыҡ иткән. “Горное ущелье” лагеры эргәһендәге ныҡлы күперҙәр ҡәҙимге йылдарҙа уның тулы һыулы булыуы тураһында һөйләй. Әле лә урыны менән сыға ла, урыны менән кире сума. Шундай урындарҙың береһендә янғын һүндереүселәр мотопомпа ҡуйған.

 

– Кисә сығанаҡ юғалыр кеүек ине, әммә һыу ала башлағас, көтмәгәндә һыу килә башланы. Әллә йылға таҙарған, әллә Хоҙай үҙе ярҙам итергә булған, – тине Илсур Ғабдуллин.

 

Илсур үҙе Геологоразведка ауыланан. “Горное ущелье” лагерынан ун саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был ауылдан ярҙамға килгән ирекмәндәр араһында Тимур Сафин, Азат Мөхәмәтйәнов, Илнур Садиҡов, Павел Плотников, Максим Клычев исемле егеттәр ҙә бар. Улар барлыҡ эштәрен ташлап, ярҙамға ашыҡҡан. Тәүҙә хәл ауыр булған: юл эшләгәндәр, уны ағастарҙан таҙартҡандар. Һыуға барып килеү өсөн сәғәт ярым ваҡыт китә. Утты туҡтатыу өсөн барлыҡ алымдарҙы ла ҡулланғандар. Ут эргәһендә бер сәғәттән дә артыҡ булып булмай, сөнки төтөн күҙҙәрҙе әсеттерә башлай. Егеттәрҙең күптәренең кроссовкаларының, итектәренең табандары иреп бөткән. Бер аҙҙан халыҡ күпләп йыйыла, янғын һүндереү ранецтарын алып киләләр, һыу мәсьәләһе лә хәл ителә. Егеттәр әйтеүенсә, мотоциклдар ҙур ярҙамсыға әйләнгән: кисә алты, бөгөн дүрт “байк”тар йәлеп ителгән. Улар ярҙамында эш алға киткән.

 

Максим Клычев квадроциклда журналистарға янғын урынына барырға ярҙамлашҡан, әммә ул беренсе стандан ары күтәрелә алмаған, сөнки урындар техника йөрөрлөк түгәл.

 

Ринат Сәғәҙәтуллин ысынлап та оҫталыҡтарын күрһәтә. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙән ирекмәндәргә һыу ташый башлай. 20 литр һыу тултырылған һауыт менән тауға күтәрелергә тура килә. Шулай итеп, көнө буйы һыу ташый, нисек хәле еткәндер?!

 

– Бындай юлды Ринат кеүек оҫталар ғына үтә ала, – ти ирекмәндәр, уға хөрмәтен белдереп.

 

Ғөмүмән, бейек тауҙар араһында ут һүндереүе ниндәй ауыр икәнен унда ҡатнашҡан ирекмәндәр үҙ иңендә татыны.

 

Василий Чуров Магнитогорск ҡалаһынан ярҙамға килгән. Ул бында икенсе көн. Янғын тураһында ишетеү менән машинаһына электробайкын, дүрт шешә һыу тейәп, ярҙамға ашыҡҡан.

 

Әйткәндәй, Магнитогорск ҡалаһынан  ирекмәндәр күп килгән. Ҡаланың әүҙемселәре “Уралдың янғын ирекмәне” төркөмө төҙөп, унда аралышыу ойоштороп, ярҙамға килгән.

 

Шулай уҡ Өфөнән килгән ирекмәндәр ҙә көнө буйы ут һүндереүҙә ҡатнашты. “Республиканың ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр тәҡдименә ярҙам үҙәге” уларға булышлыҡ иткән. Регина Урманова һәм Зарина Вәлиева ошо төркөм менән килгән. Регина буласаҡ йырсы, ә уның әхирәте буласаҡ янғын һүндереүсе. Ҡыҙҙар көнө буйына утҡа ҡаршы көрәште.

 

Ут һүндереүселәр араһында урындағы халыҡ та күп. Айтуған Фәттәхов та ранец тағып ярҙамға ашыҡҡан. Ул ирекмәндәргә ҡымыҙ ҙа алып килгән. Асҡар мәктәбенең математика уҡытыусыһы Елизавета Машкова һәм уның башҡа яҡташтары ла ситтә ҡалмаған.

 

Ут менән көрәшкән һәр бер кешегә битараф булмағандары һәм яҡшылыҡ эшләргә ынтылғандары өсөн рәхмәт.

 

Автор: Таңсулпан Йомағужина.  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: