Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Август 2021, 14:00

"Изгелек биләмәһе" - республика конкурсы еңеүсеһе!

Бүләккә ноутбук, проектор, принтер, мультимедия колонкалары һәм башҡа компьютер техникаһы тапшырылды.

"Изгелек биләмәһе" -  республика конкурсы еңеүсеһе!
"Изгелек биләмәһе" - республика конкурсы еңеүсеһе!

Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты "Изге эштәр муниципалитеты" республика конкурсында еңеү яуланы. Улар ирекмәнлек эшмәкәрлегенә бәйле проект тәҡдим итте. Бүләккә ноутбук, проектор, принтер, мультимедия колонкалары һәм башҡа компьютер техникаһы тапшырылды.Йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡарамағында "Изгелек биләмәһе" тип аталған ирекмәндәр үҙәге 2019 йылдан рәсми эшләй. Уның етәксеһе - Заһит Ғүмәров. Әле үҙәктә 113 ирекмән иҫәпләнә. Улар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Пандемия башланғандан алып бөгөнгәсә ирекмәндәр аҙыҡ-түлек, дарыуҙар тарата, ковидҡа ҡаршы үҙәктә эшләй. Йәштәр эштәре буйынса комитет конкурстар һәм грант программаларында ла әүҙем ҡатнаша.

Афарин, Баймаҡ йәштәре!

 

Фото: Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: