Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Август 2021, 14:30

Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы

Ул һындар араһында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов та бар.

Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы
Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы

Рәсәйҙең дәүләт флагы көнөндә Иглин районының Оло Тәләк ауылында Хәсән Иҙиәтуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы биләмәһендә Рәсәй даны аллеяһын асыу тантанаһы үтте.

Меңәрләгән башҡорт аты үрсеткән Хәсән Сәғитйән улы үҙенең илһөйәрлек йүнәлешендәге эшмәкәрлеген дауам итә. Рәсәй даны аллеяһына илебеҙ тарихының бар осоронан геройҙарҙың һәм бөйөк хәрби етәкселәрҙең ун бюсы ҡуйылған. Ул һындар араһында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтыҡы ла бар.

Аллеяны асыу ваҡыты Рәсәйҙең дәүләт флагы көнөнә һәм Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығына 30 йыл тулыуға бәйле һайланған.

Хәсән Иҙиәтуллин республикала ғына түгел, илебеҙҙә лә иң күп йылҡы үрсетеүселәрҙең береһе. Әле уның предприятиеһында ике меңдән ашыу башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә. Шулай уҡ эре мөгөҙлө мал, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай. Бының менән генә лә сикләнмәй, ҡырағай хайуандарҙы ла матур итеп тәрбиәләп тота.

Фермер предприятиеның 30 йыллығына арналған байрам тантанаһына Башҡортостандың Парашют спорты федерацияһын саҡырған. Шулай итеп, ул ҡунаҡтарға, Оло Тәләк халҡына матур тамаша бүләк итте.

Хәсән Сәғитйән улы үҙе белдереүенсә, ул ауылдаштарын хөрмәт итә һәм татыу йәшәй, шуға ла һәр саҡ төрлө саралар ойошторорға тырыша. Рәсәй даны аллеяһын да иглиндарҙың бөтәһе өсөн булдырған.

 
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы
Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы
Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы
Фермер Рәсәй даны аллеяһын булдырҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: