Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Сентябрь , 09:19

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай

Ковид госпиталендә эшләргә батырсылыҡ итә.

Ике йылға тиерлек һуҙылған сир афәте әле булһа сигенергә ашыҡмай. Күптәр ковидтың өсөнсө тулҡынын бер аҙ ышанмайынсараҡ ҡабул итһә лә, йәнә сирлеләр һанының артыуына шаһит булды.

 

Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу

 

Пандемия күптәрҙең тормошон икегә бүлде, бигерәк тә аҡ халатлылар өсөн был хәл ысын мәғәнәһендә оло һынау осорона әйләнде. Улар, тәүге көндән алғы һыҙыҡҡа баҫып, Гиппократ антына тоғро ҡалып, сирлеләрҙең ғүмере өсөн көрәште, ауыр булыуға ҡарамаҫтан, санитар-эпидемиологик шарттарҙа эш­ләүгә күнекте. Ковид госпита­лендә тәүлек әйләнәһенә һәр сирленең ғүмере өсөн көрәшкән аҡ халатлы фәрештәләр ара­һын­да Сибай үҙәк ҡала дауаха­наһының тәжрибәле шәфҡәт туташ­тарының береһе, үҙ эше­нең оҫтаһы Вәсилә Батталова ла бар.

Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙы Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән. Күптәр кеүек бала саҡтан ҡурсаҡтар дауалап йә иһә һеңлеләренә укол һалып, “ҙурайғас табип булам” тип уйна­маған ул. Киреһенсә, атаһы кеүек теүәл фәндәрҙе үҙ итеп, һандар менән эш итергә теләп, иҡтисад­сы һөнәрен һайлаған. VIII класты тамамлағас, имтихандарҙы уңыш­лы тапшырып, Өфө ҡала­һының финанс техникумына уҡырға керә. Әммә, ни хикмәттер, уҡыу йылы башланғанға тиклем Вәсилә Батталоваға саҡырыу ҡағыҙы килмәй. Бала саҡтан маҡсатына ынтылған, тырыш ҡыҙ белем алған мәктәбенә кире ҡайтмай, уҡыуын Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла дауам итә.

Ғаиләлә баш бала булараҡ, ҡусты-һеңлеләре өсөн һәр саҡ яуаплылыҡ тойған ҡыҙ бар нәмә әҙер булған интернатта белем алғанда нисектер уңайһыҙланыу хисе кисергән кеүек була, һәр саҡ туғандары хаҡында борсола. IX класты яҡшы тамамлағас, документтарын алып, Сибай медицина училищеһына тапшыра. 1986 йылда “Шәфҡәт туташы” бүлеген тамамлаған ҡыҙ Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына эшкә килә һәм бөгөнгә тиклем ошонда хеҙмәт итә. Уның хеҙмәт кенә­гәһендә бер генә яҙыу теркәлгән.

Дауахананың төрлө бүлек­тәрендә шәфҡәт туташы булып эшләргә тура килә уға. Сирлеләр өсөн иң яуаплы реанимация, психоневрология, терапия бүлек­тәрендә лә, табип-терапевт янындағы участка шәфҡәт туташы булғанда ла – һәр ерҙә Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙын ауы­рыуҙар ҙа, табиптар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн хөрмәт итә. Һаулыҡ һаҡлау өлкә­һендәге оҙайлы эш тәжрибәһе, заман менән йәнәш атларға тырышыуы, медицина өлкәһендәге һәр яңылыҡты ҡабул итеүе, уны өйрәнеү Вәсилә Батталованың үҙенә лә күп осраҡта пациенттың хәлен дөрөҫ асыҡлап, диагноз ҡуйырға мөмкинлек бирә. Әйт­кәндәй, күптәргә ул кәңәштәре менән генә түгел, кәрәк ваҡытта уколдар эшләргә лә ярҙам итә.

Һуңғы ваҡытта Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙы участка терапевы менән бергә сирлеләрҙе ҡабул итә. Әммә үҙен һәр өлкәлә һынап ҡараған, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған шәфҡәт туташы ҡалала ковид госпитале асылғас та, унда эшләргә теләк белдерә. Бурыстың ауыр, яуаплы икәнен бар күңеле менән аңлай, вирус эләктереү ихтималлығын да тоя, әммә тәүәккәлләй.

 

Белгес кәңәше

 

– Былтырғы ваҡытты иҫкә алһам, аптырап та ҡуям. Бәлки, бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо ла булғандыр, әммә коронавирус менән ауырыған сирлеләрҙе күреп, уларҙы ҡотҡарыу теләге барыбер көслөрәк булды. Эш еңел түгел, махсус кейемгә лә, һәр саҡ ике ҡатлы бирсәткә кейеп эш итеүебеҙгә лә күнегеп киттек. Иң ҡыуаныслыһы – кемгәлер ярҙам итә алыуың, кәрәк булыуың һәм иң мөһиме – сирҙе еңеүгә кескәй генә булһа ла өлөшөңдө индереүең күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Икенсенән, ғаиләңдә һине аңлауҙары ла күңелде күтәрә, – ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, ковид госпита­лен­дә эшләгән табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла даими рәүештә коронавирусҡа анализ тапшырып, тикшерелеп тора, битлек режимы һәр саҡ үтәлә. Сибай ҡалаһының ковид госпитале етәксеһе, тәжрибәле табип Рәйлә Сәфәрғәлина аҡ халатлыларға ла, пациенттарға ла бик талапсан. Үҙҙәренә йөкмәтелгән бу­рыс­тарға яуаплы ҡараған, бер-береһенә ярҙамға ашығырға әҙер торған коллектив туплай алыуҙа Рәйлә Эрнест ҡыҙының роле бик ҙур.

Йылдар дауамындағы тәжри­бәһе генә түгел, яҡты йөҙө, ауырыуҙарға өмөт һәм ышаныс уята алырлыҡ һүҙҙәре, шифалы ҡулдарының име менән дә дауалай бөгөнгө көн геройҙары. “Баштараҡ ике ҡатлы бирсәткә менән ауырыуҙың тамырын тапмаҫбыҙ кеүек тойолһа ла, хәҙер барыһына ла күнектек. Бер-беребеҙгә ҡарата күҙҙәр ҙә йылмая, әйтелмәгән һүҙҙәрҙе лә йөрәктәр аша ишеткәндәй булабыҙ. Иң мөһиме – сирлеләр йүнәлеп сыҡһын, башҡаса бер ваҡытта ла коронавирус менән ауырымаһын, үҙҙәренә лә һаҡланыу сараларын күҙәтергә кәрәк”, – ти Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙы.

Ысынлап та, пандемия осоро һәр беребеҙгә оло һынау булды. Көсөргәнешле шарттарҙа һәр кем үҙенсә йәшәргә, аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшергә ынтыла, әммә ковидты еңеү өсөн дөйөм иммунитет булдырырға, барыбыҙға ла прививка эшләтергә кәрәк­леген күптәр инҡар итә. Был йәһәттән аяуһыҙ сиргә ҡаршы алғы һыҙыҡта барған, ауырыу­ҙың ни тиклем төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтергәнен үҙ күҙҙәре менән күргән Вәсилә Батталованың да кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу урынлы булыр ине.

– Мин барыһын да коронавирустан прививка эшләтергә саҡырам. Бөгөн ололар ғына түгел, йәштәр ҙә, хатта балалар ҙа ковид менән ауырый. Прививка яһатҡандар был сирҙе барыбер еңелерәк үткәрә, эҙемтәләре лә ҡурҡыныс булмай. Үҙегеҙгә ҡарата ғына түгел, янығыҙҙағы кешеләрҙең дә һаулығына битараф булмағыҙ. Үҙ һаулығына яуаплы ҡара­ғандарға, иҫкәртеү сараларын теүәл үтәгән, спортты үҙ иткән кешеләргә бер сир ҙә ҡурҡыныс түгел, шуға күрә һау-сәләмәт тормош алып барығыҙ, саф һауала күберәк булығыҙ, физик эш менән шөғөлләнегеҙ, хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! – ти Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙы.

 

Ҡыҙы табип буласаҡ!

 

Эшенән генә түгел, тормошонан да уңған һүрәтләмә геройы. Арҡайым ҡасабаһында күркәм йорт төҙөп ултыртҡан, тирә-яғын матурлыҡҡа күмгән! Төрлө сәскәләре, күҙҙе ҡамаштырып, хуш еҫтәре тирә-яҡҡа бөркөлә. Йәшелсә түтәлдәрендә ҡыяр, помидор, боростар тәгәрәп ята. Уңған ханым уларҙы тоҙларға ла, төрлө салаттар эшләргә лә өлгөрә.

XI класты тамамлаған ҡыҙы Миләүшәнең иң шатлыҡлы көнөнә тура килдек: беҙ барған ваҡытта уның Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға ҡабул ителеүе хаҡында билдәле булды. Ата-әсәһенең юлын дауам итеп, ҡыҙ ҙа медицина өлкәһен үҙ иткән. Киләсәктә уға яҡшы табип булырға яҙһын, тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Улы Нур ҙа әсәһен һәр саҡ һөйөндөрөп тора. Һәр эшкә оҫта ҡуллы егет әле ике ҡатлы йорт һала, әсәһенә бар яҡлап ярҙам итә. Ныҡлы терәге – ғаиләһе, балалары барында Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙына тормоштоң бар ауырлығы ла еңел бирелә, аяуһыҙ сир ҙә хатта ситкә тайпыла.

 

- Кәримә УСМАНОВА.

 

Сибай ҡалаһы.