Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Сентябрь 2021, 17:30

Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе

Утҡа ҡаршы көрәштә 4368 кеше һәм 1491 техника ҡатнашты.

Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында янғын һүндереүселәр менән осрашты. Хакимиәттең тамашалар залында үткән осрашыуҙа янғын һүндереүҙә әүҙемлек күрһәткән Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге, Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.

– Мин Хәйбулла районына һеҙҙең менән шәхсән осрашып, ҙур хеҙмәтегеҙгә рәхмәт әйтер өсөн килдем. Беҙ етди тәбиғәт хәүефе алдында булдыҡ. Тораҡ пункттар зыян күреүенә юл ҡуймау төп маҡсаттарҙың береһе ине. Бурысты атҡарып сыҡтығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Бер ауылды ла ут әсирлегенә бирмәнек. Республика өсөн ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйманыҡ.

Һеҙ үтәгән икенсе мөһим бурыс – урман янғындарына киң ҡолас йәйеүгә юл ҡуйманығыҙ. Былтыр дүрт мең тирәһе гектар майҙанда урман янһа, быйыл ут 13 мең гектарға тиклем биләмәне ялмап алды. Әммә һеҙҙең уларҙы ваҡытында туҡтатыуығыҙ һөҙөмтәһендә ҙур юғалтыуҙарға юл ҡуйылманы. Ут менән көрәшкә янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә ябай халыҡ та күтәрелде, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе быйылғы янғындар тарихынан тормош һабаҡтары алырға саҡырҙы.  

- Республиканың Урман хужалығы министрлығының матди-техник базаһын нығытыу бик мөһим. Климат үҙгәрә, ҡоролоҡ менән йышыраҡ осрашабыҙ. Ауыл хәлдәргә һәр саҡ әҙер булырға кәрәк. Шулай уҡ янғындарҙы күҙәтеү системаһын уйларға кәрәк. Сығанаҡтарҙы тиҙ асыҡлау һәм һүндереү өсөн үтеүе ауыр булған таулы урындарҙа телерадиовышкаларҙа “Урман һаҡлаусы” системаһы видеокамераларын ҡуя башланылар. Тағы ла бер һөҙөмтәле ҡорал – пилотһыҙ авиация. Иң мөһие – янғындарҙы тоҡанған саҡта уҡ асыҡлау. Көҙ яңы “Ка-32А11ВС” янғын вертолетын һынауҙы башлаясаҡтар. Киләһе йылда ул дежурлыҡҡа баҫасаҡ. Бынан тыш, ирекмәндәрҙе, ә улар бик күп, яңынан булдырылған Ирекмәндәрҙе уҡытыу үҙәгендә ғәрәсәт менән көрәшеүгә уҡытыу башланды. Уңышлы эшләү өсөн янғынды һүндереүгә булышлыҡ иткән барлыҡ урман-техник сараларҙы системалы нигеҙҙә тормошҡа ашырыу мөһим, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ирекмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, ә ауыл ирекмәндәре дружиналары етәкселәре махсус кейем һәм экипировка тупланмалары алды.

– Беҙҙең күршеләргә һәм республиканың бөтә ирекмәндәренә ҙур рәхмәт. Улар барлыҡ райондарҙан да изге теләк-ниәт менән килде. Кешеләр үҙҙерен йәлләмәйенсә, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, тәүлек әйләнәһенә эшләне. Беҙҙе бәләлә ҡалдырмағанығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Тәүге көндәрҙән үк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың битараф булмаған халҡы беҙҙең менән бергә булды, – тине Рөстәм Шәрипов.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәренә һәм Урал аръяғы райондары башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе.

- Әлбиттә, бында янғын һүндереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла йыйыла алманы. Улар – йөҙәрләгән һәм меңәрләгән. Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Һеҙ тәүгеләрҙән булып ауылдарҙы һәм урмандарҙы һаҡлауға ташландығыҙ. Тәүге көндәрҙән үк бында килеп, өс аҙна дауамында эшләгән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа айырым рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров.

Быйыл 2 сентябргә ҡарата республикала бөтәһе 13,2 мең гектар майҙанда 421 урман янғыны сығанағы теркәлде, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 298 осраҡҡа күп.

Янғындарҙы һүндереүгә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостостан буйынса Баш идарылығы, муниципалитеттар төркөмдәре, шулай уҡ, республика Башлығы тәҡдиме менән, “Башҡортостан сода компанияһы”, “Газпром нефтехим Салауат”, “Газпром трансгаз Өфө”, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегенән “Төҙөлөш идаралығы – 30”, “Башкиравтодор”, “Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты”, “Башҡорт баҡыры” предприятиелары йәлеп ителде. Утҡа ҡаршы көрәштә 4368 кеше һәм 1491 техника ҡатнашты.

Олег Яровиков фотолары.

Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров янғын һүндергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: