Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Сентябрь 2021, 15:45

Күп балалы ғаилә ярҙам алды

“Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге модераторы Гөлшат Мөхәмәтшина белдереүенсә, ҡыҙыу элемтәгә килгән барлыҡ һорауҙар тиҙ арала һәм шәхсән эшкәртелә.

Күп балалы ғаилә ярҙам алды
Күп балалы ғаилә ярҙам алды

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәренең колл-үҙәге үҙ эшен дауам итә. Ярҙам һораған шылтыратыуҙар башлыса өлкән йәштәге кешеләрҙән килә, йыш ҡына күп балалы ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт итә. Уларҙы аҙыҡ-түлек тауарҙары килтереү, аҡсалата компенсациялар, медицина, хоҡуҡи мәсьәләләргә арналған көнүҙәк темалар борсой.

Шулай, канцелярия тауарҙары алыуҙа ярҙам итеүҙе һорап, Өфөлә йәшәгән аҙ тәьмин ителгән күп балалы ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул дүрт бала тәрбиәләй. Иң өлкәне Владиславҡа 9 йәш, ул өсөнсө класта уҡый, ҡыҙы Милада быйыл беренсе класҡа барған, өсөнсө бала Виданаға ике, кескәй Симаргалуға бер йәш.

“Интернетта “Баланы мәктәпкә йый” тип аталған акция барғанын күреп ҡалдым. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуң мөрәжәғәт иткәнмен һәм уҡыу йылы башланыуға канцтауарҙар алып өлгөрмәнек, – тип һөйләй Әлфиә Гороховская. – Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт, улар беҙҙең хәлгә инде һәм мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ алып бирҙеләр. Ҙур ғаиләбеҙ өсөн был бик ҙур ярҙам. Ихлас күңелдән ярҙам иткән ошондай кешеләрҙең булыуына бик шатмын”.

“Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге модераторы Гөлшат Мөхәмәтшина белдереүенсә, ҡыҙыу элемтәгә килгән барлыҡ һорауҙар тиҙ арала һәм шәхсән эшкәртелә.

“Айырым ҡараш талап иткән мөрәжәғәттәр ҙә була. Беҙ һәр ваҡыт кешенең хәлен аңларға һәм ярҙам итергә тырышабыҙ”, – ти ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында булдырылды. Ул республиканың 25 ҙур ирекмәндәр берекмәһен берләштерә. Бөгөн ирекмәндәр рәтендә 800 самаһы кеше бар. Әүҙемселәр пандемияның тәүге көнөнән алып кешеләргә ярҙам итә. Улар өлкән йәштәге кешеләргә дарыу һәм аҙыҡ-түлек алып бара, вакцинация пункттарына барып етергә ярҙам итә, тәбиғәт стихиялары эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, яҙ көнө, ташҡынды зыян күргәндәргә ярҙам иттеләр. Ә июнь аҙағында бер нисә район район урагандан зыян күргәс, урындарға барып, уларға ла ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ йәй көнө урман янғындары менән көрәштеләр. “Такси. Хәстәр” акцияһы сиктәрендә табиптар бригадаһын вакцинация ойоштороу өсөн һәм ковид-госпиталдәргә эшкә алып барҙылар.

Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге туғыҙҙан киске 18 сәғәткә тиклем 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға була.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: